Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РАДИОСТАЦИЯ

Просмотров: 1060

РАДИОСТАНЦИЯ, мәғлүмәтте радиотулҡындар ярҙамында тапшырыу һәм (йәки) уны ҡабул итеү өсөн ҡоролмалар комплексы. Радиохеҙмәттең төрө б‑са билдәләнгән (билдәле пункттар араһында) һәм күсмә элемтә хеҙмәттәре (күсмә һәм хәрәкәтһеҙ йәки бер нисә күсмә объекттар араһында), радиотапшырыу (ҡара: Радио), радионавигация Р. айырыла. Төп ҡоролмалары: радиотапшырғыс һәм (йәки) радиоалғыс, антенна һәм электр тогы сығанағы. Башҡортостанда 1980—90 йй. “Магнетрон” пр‑тиеһында бер каналлы “Урал” (портатив, элемтә алыҫлығы 1 км тиклем), өс каналлы “Турпан” (автомобилдәр өсөн, 12 км тиклем) һәм күп каналлы “Магнетрон‑НР” (портатив, 5 км кәм түгел), “Магнетрон‑ВР” (автомобилдәр өсөн, 20 км кәм түгел) Р. эшләнә һәм етештереүгә индерелә, улар 30—50°С тиклем т‑рала эшләй ала; 2000 й. башында “Магнетрон РР‑300” Р. (йылға транспорты объекттары өсөн, 20 км кәм түгел) производствоға индерелә, уның махсус йышлыҡ диапазоны бар һәм 10—55°С тиклем т‑рала эшләй ала, энергияны махсус блок аша судноның электр селтәренән йәки аккумулятор батареяларынан ала.

А.П.Кадомцев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: