Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РАМАҘАНОВ Айрат Шәйхулла улы

Просмотров: 1020

РАМАҘАНОВ Айрат Шәйхулла улы (24.2.1953, БАССР‑ҙың Саҡмағош районы Ҡырла а.), физик, геофизик. Техник фәндәр докторы (2005). РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге туйынған күҙәнәкле мөхиттәрҙәге термогидродинамик процестарҙы тикшереүгә, математик модель әҙерләүгә һәм геофизик тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләрен автоматлаштырып эшкәртеүгә арналған. Р. тарафынан нефть ҡатламдарын термогидродинамик тикшереү ысулының теоретик нигеҙҙәре эшләнә. Р. етәкселегендә нефть һәм газ ҡатламдарын гидродинамик тикшереү һөҙөмтәләрен автоматлаштырылған ысул менән эшкәртеү һәм интерпретациялау өсөн “Гидрозонд” системаһы эшләнә, ул РФ‑тың һәм Ҡаҙағстандың геофизика предприятиеларында ҡулланыла. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты (2019).

 Х е ҙ м.: Термические исследования при компрессорном освоении нефтяных скважин. Уфа, 1992 (авторҙ.); Термометрия пластов с многофазными потоками. Уфа, 1998 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.06.2023