Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РАЩЕПКИН Константин Егорович

Просмотров: 914

РАЩЕПКИН Константин Егорович [14.11.1926, Ырымбур губ. Сорокин а. (Ырымбур өлк. Пономарёвка р‑ны) — 8.11.1978, Өфө], инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1972), проф. (1976). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1976), СССР‑ҙың нефть сығарыу сәнәғәте (1969), нефть сәнәғәте (1972) отличнигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1957) Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм күсереү ҒТИ‑нда эшләй: 1960 й. алып 5‑се лаб. проектының баш инженеры, 1961 й. — лаб. етәксеһе, 1966 й. — фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 1977 й. — директоры. Фәнни эшмәкәрлеге үткәргес торба транспорты системаларының ышаныслы һәм хәүефһеҙ булыуын тәьмин итеү проблемаларына арналған. Ғәмәлдәге магистраль нефть үткәргестәренең ышаныслылығын тәьмин итеү б‑са фәнни йүнәлешкә нигеҙ һалыусы, ер аҫты үткәргес торбаларын коррозиянан һаҡлар өсөн “Пластобит” тибындағы изоляция ҡаплауҙары авторы. Р. етәкс. нефтте һәм нефть продукттарын ҡыуыуҙы туҡтатмайынса нефть үткәргестәрҙе ремонтлау технологияһы, үткәргес торбаларҙың өҫтөн таҙартыр өсөн машина һәм механизмдар комплексы эшләнгән. Уйлап табыуҙары БР‑ҙың, РФ‑тың һәм БДБ илдәренең үткәргес торба транспорты пр‑тиеларында индерелгән. 400‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 72 уйлап табыу авторы. И.М. Губкин ис. пр. лауреаты (1973). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1974).

Х е ҙ м.: Обнаружение утечек нефти и нефтепродуктов в трубопроводах. М., 1969 (авторҙ.); Надёжность магистральных трубопроводов. М., 1972 (авторҙ.).

И.К.Ращепкин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019