Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРОКИН Василий Александрович

Просмотров: 957

ПРОКИН Василий Александрович (30.12.1922, Екатеринбург губернаһы Шата а. — 29.9.2019, Өфө ҡ.), тау инженеры‑геолог. Геология-минералогия фәндәре докторы (1973), профессор (1980). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999), БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск тау институтын тамамлағандан һуң (1951) “Уралцветметразведка” тресы Баймаҡ геологик разведка партияһының өлкән геологы, баш инженеры; 1957— 62 йй. (тематик партия начальнигы) һәм 1968—75 йй. (баш геолог) Башҡортостан территориаль геология идаралығында, 1962 й. алып Геология институтының металдар бүлеге мөдире, 1975 й. — РСФСР Геология министрлығының минераль ресурстар идаралығында (Мәскәү ҡ.) начальник урынбаҫары, 1977 й. — Свердловск тау институтының файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтары геологияһы кафедраһы мөдире; 1986 й. башлап РФА Урал бүлексәһенең Геология һәм геохимия институтында (Екатеринбург ҡ.): мәғдән ятҡылыҡтары лабораторияһы мөдире, 1990—2003 йй. баш ғилми хеҙмәткәр. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге Уралдың геологияһын, металлогенияһын өйрәнеүгә бәйле. Маҡан, Подольск, Юбилейный баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнашҡан. П. тарафынан баҡыр мәғдәндәренә, алтынға һ.б. прогноз һәм металлогеник карталар төҙөлгән. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2004). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), 3‑сө дәрәжә Дан (1944) ордендары менән бүләкләнгән.

     Х е ҙ м.: Закономерности размещения колчеданных месторождений на Южном Урале. М., 1977; Медноколчеданные месторождения Урала: в 3 т. Свердловск, 1985—1992 (авторҙ.).

     Әҙәб.: А р х и п о в а Н.П., Ф и л а т о в В.В. Исследователи природы Урала. XX век. Екатеринбург, 2001.

М.Ғ.Моталов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.04.2023
Связанные темы рубрикатора: