Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРОТЕРОЗОЙ

Просмотров: 957

ПРОТЕРОЗОЙ (гр. próteros — ир‑тәрәк һәм zōḗ — тормош), п р о т е р о з о й  а к р о т е м а һ ы, кембрий алдының өҫкө бүлексәһе. Эраның башы — 2500±50, аҙағы — 535±1 млн йыл. 1887 й. инглиз геологы А.Седжвик тарафынан айырып күрһәтелә. Рәсәй кембрий алдының стратиграфик шкалаһында аҫҡы һәм өҫкө П. айырыла, улар араһында йәш сиге 1650±50 млн йыл; өҫкө П. рифей һәм вендҡа бүленә. Башҡорт мегантиклинорийында П. төрлө үҙгәрештәргә дусар булған 20—25 км ҡалынлыҡтағы ултырма, вулкан, вулкан‑ултырма һәм интрузив ҡатламдарҙан тора. Ултырма ҡатламдарҙа — микрофоссилийҙар, строматолиттар һәм микрофитолиттар (бактериялар, цианобактериялар, ылымыҡтар), киҫелештең өҫкө өлөшөндә һөлдәһеҙ хайуан ҡалдыҡтары һәм уларҙың йәшәйеш эҙҙәре таралған. Башҡортостандың көнбайышында респ. платформалы өлөшөндә өҫкө П. ултырмалары скважиналалар м‑н 1,2—5,5 км тәрәнлектә асылған. Карбонат‑терриген ҡатламдарында рифейҙың ҡырпы, серафим һәм абдулла сериялары, вендтың ҡайыр һәм шкапов сериялары айырылған; уларҙың ҡалынлығы көнбайышта 5 км алып көнсығышта 12 км тиклем етә. Башҡ. мегантиклинорийында өҫкө П. тимер мәғдәндәре, полиметалл, алтын, магнезит, барит, мәрмәр, доломит, эзбизташ, кварцит, плавик шпаты ятҡылыҡтары тура килә.

В.И.Козлов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: