Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАТЫ ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР ЯТҠЫЛЫҠТАРЫН ҮҘЛӘШТЕРЕҮ

Просмотров: 1223

ҠАТЫ ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР ЯТҠЫЛЫҠТАРЫН ҮҘЛӘШТЕРЕҮ, Ер аҫтынан мәғдәнле файҙалы ҡаҙылмалар (ФҠ), металл булмаған файҙалы ҡаҙылмалар, яна торған ҡаты ФҠ (күмер, торф) сығарыу б‑са ойоштороу‑техник саралар системаһы. ФҠ есемдәре формаһының ҙурлығы һәм ятышының тәрәнлеге, физик үҙенсәлектәре һәм уларҙы һыйҙырған тау тоҡомдарының характеры б‑са Ҡ.ф.ҡ.я.ү. асыҡ һәм ер аҫты ысулдары һайлап алына.

Асыҡ ысулы нығыраҡ таралған (юғары етештереүсе ҡорамалдар файҙаланыла, эш шарттары хәүефһеҙерәк), бында башта асыу эштәре алып барыла (мәғдән есемен ҡаплаған буш тоҡомдарҙы юҡ итеү). Асылған тоҡомдарҙы күсереү өсөн ауыр йөк ташый торған үҙбушатҡыстар, скреперҙар, конвейерҙар, һирәк осраҡта юғары баҫым аҫтындағы һыу ҡулланыла. Мәғдән есемен асҡандан һуң төрлө үҙләштереү системаларын файҙаланалар. Күп ятҡылыҡтар алға һөрөлә барған киртләстәр ҡулланып сығарыла. Ҡаты тау тоҡомдарын һәм ФҠ‑ны ватыу һәм ваҡлау өсөн быраулап шартлатыу эштәре башҡарыла. Ватылған тау массаларын автомобилдәргә йәки т. юл вагондарына тейәү өсөн драглайндар, экскаваторҙар, сүмесле тейәгестәр, конвейерҙарға тейәү өсөн күп сүмесле роторлы экскаваторҙар ҡулланыла. Һыу көсө м‑н сығарыу һыуланған ФҠ‑ны пульпа рәүешендә һурып сығарыуҙан ғибәрәт. Ҡ.ф.ҡ.я.ү. асыҡ ысулын асыу коэф. (ФҠ массаһына ҡарата асылған тоҡомдарҙың иҡтисади мөмкин булған массаһының нисбәте) иң һуңғыһына тиклем файҙаланалар.

Ер аҫты ысулында емереп төшөрөү системаһы таралған: тау эшкәртеү урынында ватылған ФҠ ҡыйратылған блоктың аҫтында урынлашҡан һәм шунан өҫкә сығарылған откат горизонтына ебәрелә. Әгәр ФҠ‑ның ныҡлығы түбән булһа, оҙон таҙартҡыс забойҙар ҡулланыла: аҫта ятҡан горизонттың түбәһе өҫтөндә нығытма ҡуйыла. Ватылған ФҠ артабан өҫкә сығарыу өсөн аҫҡы горизонтҡа ырғытыла. ФҠ‑ның йоҡа текә ауышлы есемдәре мәғдәнде туплап эшкәртелә: блок аҫтан шартлатыла, ватылған ФҠ махсус бикле улаҡтар буйлап откат горизонтына ебәрелә. Шунан этаж аҫты эшкәртеү урындарынан ФҠ‑ның яңы вертикаль партияһы ҡутарыла, яңы эш майҙаны барлыҡҡа килгәндән һуң артабанғы секция әҙерләнә. Әгәр ФҠ үҙенсәлектәре туплауға юл ҡуймаһа, ФҠ‑ны ватып һәм соҡоп алыуҙан һуң шунда уҡ эшкәртелгән майҙанды буш  тоҡомдар м‑н тултырыу системаһы ҡулланыла. Йыш ҡына камера‑бағана системаһы файҙаланыла: асыҡ таҙартыу майҙаны ФҠ уйымынан эшләнгән ер аҫты камераһы булып тора, унда тотороҡлолоҡ өсөн ватылмаған ФҠ‑нан (целиктар) блоктар ҡалдырыла. Ер аҫты эшкәртеү урындарынан ФҠ‑ны һәм буш тоҡомдарҙы транспортлау өсөн скреперҙар, конвейерҙар, грейферҙар, скиптар, ер аҫты үҙбушатҡыстары һ.б. ҡулланыла. Ҡ.ф.ҡ.я.ү. эйәрсәндәре — дренажлау, һыу ағыҙыу, вентиляция, һауаны кондициялау, яҡтылыҡ, эштәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү б‑са махсус саралар, эшкәртеү урындарын яңыртыу, асыу отвалдарын һәм файҙалы ҡаҙылмаларҙы байыҡтырыу ҡалдыҡтарын өйөп ҡуйыу. Ҡ.ф.ҡ.я.ү. түбәнең емерелеүе, тау һуғыуы, күмер һәм газ сығыуы, шартлау, янғын, ҡорамалдарҙың ватылыуы ҡурҡыныс тыуҙыра.

1970 йй. алып ер аҫтында уранды, баҡырҙы, алтынды, тоҙҙо һ.б. тәбиғи ятыштарында һелтеләү бара: мәғдән есеменә реагент скважиналар аша ҡыуыла, ер аҫтында ҡиммәт компонент эрей, шунан һурып сығарыла һәм сорбция‑десорбция ҡоролмаһында ултырыу процесы бара. БР‑ҙа Ҡ.ф.ҡ.я.ү. барлыҡ ысулдары ҡулланыла. Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығын үҙләштереү карьеры — иң тәрәндәрҙең береһе, ер аҫтында һелтеләү ысулы м‑н Яр‑Бишҡаҙаҡ таш тоҙ ятҡылығын (Ишембай р‑ны) үҙләштереү — РФ‑та иң һөҙөмтәлеләрҙең береһе.

В.Н.Никонов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019