Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РИЗУАНОВ Наил Мәсәлим улы

Просмотров: 968

РИЗУАНОВ Наил Мәсәлим улы [15.9.1929, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Уҫман а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны), — 6.4.2012, Өфө], тау инженеры. Техник ф. канд. (1983). РФ‑тың атҡ. нефть һәм газ сәнәғәте хеҙм‑ре (1993), РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1994), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1972), РФ яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙм‑ре (1999). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1952) “Башвостокнефтеразведка” тресында эшләй: Ҡолтүбә быраулау контораһы производство‑техник бүлегенең өлкән инженеры, 1954 й. алып Ҡалтасы быраулау контораһының производство‑техник бүлеге нач., 1956 й. — баш инженеры, 1962 й. — трестың баш инженеры, 1968 й. — идарасыһы. 1970 й. башлап Бөрө быраулау эштәре идаралығы нач.; 1972 й. алып “Башнефть” АНК‑нда: ген. дир. урынбаҫары, 1995—2002 йй. ген. дир. советнигы. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү м‑н бәйле. Р. етәкс. горизонталь һәм үтә тәрән разведка скважиналарын, юғары ҡатлам баҫымлы скважиналарҙы төҙөү, күләмле тулыландырыусы матдәләр м‑н быраулау эретмәләрен йотоуҙы бөтөрөү өсөн технологиялар, техник саралар һ.б. эшләнә һәм индерелә. Күп скважиналы кустар м‑н скважиналар төҙөүҙең индустриаль комплекслы ысулы авторҙарының береһе; БР‑ҙың 50 нефть ятҡылығын, ш. иҫ. Арлан нефть ятҡылығын, асыуҙа ҡатнаша. 35 фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы. Окт. Революцияһы (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976, 1981) орд. м‑н бүләкләнгән.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: