Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РИФ МАССИВТАРЫ

Просмотров: 1008

РИФ МАССИВТАРЫ, диңгеҙ бассейнында мәрйендәр, ылымыҡтар, строматопорҙар һ.б. организмдарҙың йәшәйеше һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән геол. ҡатламдар. Хәҙерге һәм боронғо Р.м. ҡалынлығы синхроник геол. ултырмалар ҡалынлығынан ҙурыраҡ. Яңғыҙ йәки диңгеҙ төбөндәге бер цоколдә үҫкән бер нисә Р.м. торған система барлыҡҡа килтереүсе Р.м. була. Ерҙең геол. үҫешендә палеозойҙа риф барлыҡҡа килеүҙең 4 циклы, мезозойҙа — 3, кайнозойҙа 1 циклы айырыла. Башҡортостанда Р.м. үҫешенең әһәмиәтле циклдары аҫҡы пермдә һәм өҫкө девонда билдәләнә. Урал алды бөгөлөнөң аҫҡы пермь Р.м. 390 км оҙонлоҡтағы субмеридиональ сылбыр рәүешендә һуҙыла, таш тоҙ ҡатламдары аҫтындағы 28 Р.м. нефть ятҡылыҡтары һәм газ ятҡылыҡтары (Ләмәҙ, Ырныҡшы, Ишембай‑Мораптал һ.б.) бар. Ишембай нефть ятҡылығының иң билдәле Р.м. 255—1200 м тәрәнлектә ятҡан һәм тар муйындар (оҙонлоҡтары 8,5 км, киңлектәре 2 км тиклем) м‑н тоташҡан 6 түбәнән тора. Нефтле ҡат 220 м алып 500 м тиклем үҙгәрә. Типик аҫҡы пермь Р.м. булып шихандар (Йөрәктау, Торатау һ.б.) һанала. Франс, фамен һәм турней йәшендәге Р.м. респ. үҙәк өлөшөн көньяҡ‑көнсығыштан төньяҡ- көнбайышҡа киҫеп үткән Кама-Кинәле бөгөлдәре системаһында урынлашҡан. Нефттең сәнәғәт тупланмаһына Ҡадир, Сәрмәсән, Яңы Уҙыбаш һәм башҡа Р.м. инә. Төп нефть запастары Р.м. ҡаплап алған структураларҙа, мәҫ., Арлан‑Дүртөйлө Р.м. аҫҡы һәм урта карбонының риф өҫтө ҡатламдарында запастары б‑са уникаль Арлан нефть ятҡылығында тупланған.

Әҙәб.: К у з н е ц о в В.Г. Эволюция карбонатонакопления в истории Земли. М., 2003.

Р.Х.Мәсәғүтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: