Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘҒДӘНЛЕ КОМПЛЕКС

Просмотров: 962

МӘҒДӘНЛЕ КОМПЛЕКС, туранан-тура йәки ситләтеп мәғдәнләнеү м‑н бәйле булған ултырма, магматик, метаморфик, метасоматик тау тоҡомдарының тәбиғи берләшмәләре йыйылмаһы. Файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарының геол.‑сәнәғәт (сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәтенең минераль сеймалға ҡарата хәҙ. талаптарына яуап биргән ятҡылыҡ төрҙәре) һәм традицион булмаған (элек был төбәктә сәнәғәт яғынан баһаланмаған файҙалы ҡаҙылма сығанаҡтары) төрҙәрен табыуға перспективалы конкрет М.к. нигеҙләү терр‑яларҙың баһаһын күҙаллауҙа мөһим элемент булып тора. Рудогенездағы роле б‑са мәғдән һыйҙырған, мәғдәнле, мәғдән эшләп сығарған, мәғдән барлыҡҡа килтергән М.к. айырыла. Металл һәм уның юлдаштарының кларк өҫтөндәге геохимик фонында билдәләнгән файҙалы компоненттарҙың юғары концентрациялары (сингенетик һәм эпигенетик), мәғдән минералдары бөрсөктәре; ҡиммәтле элементтарҙың яңынан бүленеүе билдәләре (тау тоҡомдарының диагенетик, метаморфик, метасоматик һ.б. үҙгәрештәре м‑н бәйле минераль‑геохимик зона) М.к. айырмалы үҙенсәлектәре булып тора. Башҡортостандың М.к. рифейҙа (Башҡорт мегантиклинорийындағы магнезит, плавик шпаты, алтын, барит һәм барит‑полиметалл ятҡылыҡтарының терриген‑карбонат, ҡара һәүерташлы һәм вулканоген‑интрузив, мәғдән һыйҙырған һәм мәғдән эшләп сығарған М.к.); ордовикта (Төп Урал һынылышы тәьҫире зонаһындағы алтынға һәм хромитҡа махсуслашҡан офиолит М.к.); девонда (Магнитогорск мегасинклинорийындағы алтын-полиметалл һәм баҡыр колчеданы мәғдәндәренә, йәшмәгә, родонитҡа ҡарата продуктлы урта-өҫкө девон вулканоген М.к., Уралдың ситке йыйырсыҡлы зонаһындағы өҫкө девон терриген бокситлы М.к.); карбонда—иртә пермдә (Магнитогорск мегасинклинорийындағы алтынға махсуслашҡан терриген‑карбонат М.к., баҡыр‑порфир һәм алтын мәғдәне ятҡылыҡтарын үҙ эсенә алған интрузив, габбро‑монцонит‑граносиенит М.к.), һуң пермдә (Көнсығыш Европа платформаһы һәм Урал алды бөгөлөндәге баҡырлы ҡомташлы карбонат‑терриген М.к.); мезокайнозойҙа (Башҡортостан Уралы һәм Урал аръяғындағы окисланған алтын, тимер, марганец мәғдәндәре булған ашалыу ҡатлауҙары, һибелмә ятҡылыҡтар) формалаша. Башҡортостандың Урал аръяғының алтынлы М.к. өсөн элементтарҙы индереү һәм сығарыу зоналары, пирит, халькопирит, сфалерит, барит, ҡайһы берҙә магнетит һәм пирротин бөрсөктәре, алтын һибелмәләре һәм алтын мәғдәне сығанаҡтары зоналары м‑н бәйле булған алтын, барий, полиметалдар, мышаяҡ, терегөмөш аномалиялары хас. Тупаҫ һыныҡлы терриген комплекстар потенциаль мәғдәнле булып һанала: урта рифей (Башҡорт мегантиклинорийының Бешәтәк грабенындағы машаҡ свитаһы), ордовик (Йылайыр синклинорийының Башҡорт мегантиклинорийы м‑н тоташҡан урынындағы базаль горизонты), һуң пермь (Урал алдындағы әртә ярусы), юра (Урал аръяғындағы Таналыҡ депрессияһы), Уралдың ситке йыйырсыҡлы зонаһындағы алтынлы конгломераттар табыуға перспективалы комплекстары, уранлы булыуы мөмкин булған янар һәүерташлы битум‑кремний‑терриген (доманик) комплексы. Шулай уҡ ҡара: Металлогения.

В.Н.Никонов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: