Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАЙЫЛМЫШ УЙПАТЛЫҒЫ

Просмотров: 959

ҺАЙЫЛМЫШ УЙПАТЛЫҒЫ, Волга‑Кама антеклизаһының беренсе дәрәжәле ҙур кире тектоник структураһы. Р.О.Хачатрян (1978) һ.б. тарафынан өйрәнелә. Һ.у. үтәнән‑үтә өҫкө кембрий алдынан алып палеозойға тиклем ултырмаларҙа күҙәтелә. Ситтәге платформалы уйпатлыҡтар тибына ҡарай, Мораҡ депрессияһы яғына асыла. Төньяҡ‑көнбайышҡа табан һуҙылған тар, һай мульда булып тора. Һ.у. төп өлөшө Ырымбур өлк. сиктәрендә үҫешә. БР сиктәрендә уның төньяҡ өлөшө урынлашҡан: көнсығышта Мораҡ депрессияһы, төньяҡта Көньяҡ Татар көмбәҙе, көнбайышта һәм көньяҡта Ырымбур көмбәҙе м‑н сиктәш. Оҙонлоғо 100 км, киңлеге 50 км. Һ.у. барлыҡҡа килеүе Урал алды бөгөлөнөң формалашыуына бәйле. Иртә рифей аҙағында һалына; рифейҙа һәм вендта соҡор була. Герцин тектоник циклы башында (эйфель‑иртә франс һәм урта франс‑иртә визе этаптары) Волга‑Кама антеклизаһының структур үҙгәртеп ҡороу процесында Һ.у. платформалы уйпатлыҡ һыҙатына эйә була. Урта ташкүмер осоронда формалашыуы дауам итә. Герцин тектоник циклының аҙаҡҡы стадияһында (һуң ташкүмер‑аҫҡы пермь этабы) Һ.у. Мораҡ депрессияһынан айырыла. Циклдың аҙағына Волга‑Кама антеклизаһының дөйөм күтәрелеүе һәм Уралда тауҙар барлыҡҡа килтергән хәрәкәттәрҙең тамамланыуы ваҡытында Һ.у. хәҙ. морфологияһын һәм тектоник төҙөлөшөн ала. Рифей, венд, ордовик, силур, өҫкө палеозойҙың ултырма тоҡомдарынан ғибәрәт. Һ.у. Юлдаш нефть ятҡылығы (Фёдоровка р‑ны) асыла.

Е.В.Лозин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: