САНДУРСКИЙ Богуслав Флорионович
САНДУРСКИЙ Богуслав Флорионович (2.1.1930, Украина ССР‑ының Яңы Бубновка а. — 4.11.2020, Өфө ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1990), РФ‑тың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1991), БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1980), РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1992). Львов политехник институтын тамамлағандан һуң (1954) “Туймазанефть” нефть промыслаһы идаралығының өлкән мастеры, инженер‑механигы; 1959 й. алып “Арланнефть” НГДУ‑һының баш механигы, партия комитеты секретары; 1972 й. — “Южарланнефть” НГДУ‑һының баш инженеры, начальнигы; 1984 й. — “Башнефть” ПБ‑ның генераль директор урынбаҫары, 1985—93 йй. генераль директоры. С. етәкселегендә нефткә һәм газға геология‑разведка эштәре, республиканың, Көнбайыш Себерҙең нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм төҙөкләндереү ойошторолған. СССР ЮС‑ының 12‑се, БАССР ЮС‑ының 11‑се саҡырылыш депутаты. Октябрь Революцияһы (1982), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1977, 1988) ордендары менән бүләкләнгән.
К.С.Баймөхәмәтов
Тәрж. Г.М.Ғәлиева