Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РАХМАНҠОЛОВА Зөлфирә Фәүзи ҡыҙы

Просмотров: 1202

РАХМАНҠОЛОВА Зөлфирә Фәүзи ҡыҙы (27.6.1959, Өфө ҡ.), үҫемлектәр физиологы. Биология фәндәре докторы (2002), профессор (2003). БДУ-ны тамамлаған (1983). 1991–94 йй. Биология институтында, бер үк ваҡытта БДУ-ла (2003 й. алып үҫемлектәр физиологияһы кафедраһы мөдире) эшләй. 2011 й. алып Мәскәү ҡ.: РФА‑ның К.А.Тимирязев исемендәге Үҫемлектәр физиологияһы институтында төп ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта МДУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге үҫемлектәрҙең яраҡһыҙ тышҡы шарттарға адаптацияһын өйрәнеүгә арналған. Р. ҡатнашлығында үҫемлектәр адаптацияһының энергетик нигеҙе булараҡ фотосинтез һәм һулыш алыу нисбәтен көйләүҙең экологик-физиологик механизмдары концепцияһы эшләнә. Р. тарафынан тәүге тапҡыр ниндәй төрҙән булыуына ҡарамаҫтан, оптималь шарттарҙа үҫтерелгән үҫемлектәрҙең төп энергия трансформациялау процестарының даими нисбәте барлығы билдәләнә, уны үҫемлектәр продуктлылығын шытым стадияһында уҡ күҙаллау өсөн ҡулланырға мөмкин.

  Хеҙм.: Экологическая физиология растений. М., 2001 (авторҙ.).

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.08.2022