Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨНЬЯҠ БОҪҠОН ЙӨҘЛӘҮ ТАШЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ

Просмотров: 987

ТӨНЬЯҠ БОҪҠОН ЙӨҘЛӘҮ ТАШЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Баймаҡ р‑ны Күсей а. көнсығышҡа табан 7 км алыҫлыҡта урынлашҡан. В.В.Какауллин, Ю.А.Болотин (1977), Д.Н.Сәлихов, С.Ш.Йосопов (1977), Р.К.Хәлимов (2004) тарафынан өйрәнелә. Төйәләҫ интрузив комплексы долериты һәм габброһының ваҡ, ҡатмарлы формалы есемдәренән тора. Йөҙләү таштары ҡараһыу һоронан ҡараға тиклем, ваҡ бөртөклө, массив текстурала тулы кристаллы, уртаса ярылыу, уртаса һәм юғары шымарыу үҙсәнлектәре хас, юғары декоративлы. Ятҡылыҡтың ер өҫтөнә яҡын өлөшөн үҙләштергәндә III һәм IV төркөм долерит блоктарының сығышы 7 һәм 14% тәшкил итә; III һәм IV төркөм габбро блоктарының сығышы — 8,6 һәм 10,1%. Габбро юғары сифатлы һыуыҡҡа сыҙамлы ҡырсынташ етештереү өсөн перспективалы. Респ. запастар экспертизаһы комиссияһы тарафынан раҫланған С2 категориялы долерит һәм габбро запастары 36 мең м3 йөҙләү ташынан, 138 мең м3 төҙөлөш ташынан тора. Запастарҙы иҫәпләү тәрәнлеге 30 м. Гидрогеологик һәм тау‑техника шарттары асыҡ ысул м‑н үҙләштереү өсөн яраҡлы. “Шөгөр‑М” ЯСЙ (Баймаҡ ҡ.) тарафынан үҙләштерелә.

Э.М.Сатаева

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: