Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОЙҘАЙ

Просмотров: 1300

БОЙҘАЙ (Triticum), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Донъяның күп илдәрендә таралған яҡынса 30 ҡырағай һәм культуралы төрө билдәле. Башҡортостанда йомшаҡ һәм ҡаты Б. (ужым һәм яҙғы формалары) үҫтерелә. Бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағы — 30—200 см бейеклектәге һалам. Ҡыяҡ япраҡлы. Сәскәлеге — ҡатмарлы башаҡ. Орлоғо — яланғас бөртөксә, июль аҙағында — авг. башында өлгөрә. 1000 орлоғоноң ауырлығы 20—50 г. Орлоҡ составы: аҡһымдар (20%‑ҡа тиклем), елемсә (40%‑ҡа тиклем), углеводтар, майҙар, минераль матдәләр һ.б. Үҙенән‑үҙе һеркәләнә. Дым яратҡан үҫемлек (айырыуса үрсеү ағзалары барлыҡҡа килеү осоронда). Яҙғы Б. вегетация осоро 75—110 тәүлек, ужым Б. — 120—150 (көҙгө осорҙа — 45—50 тәүлек, яҙғыйәйге осорҙа — 75—100). Ужым Б. төп элгәрҙәре — пар баҫыуы, яҙғы Б. — ужым иген культуралары, ҡуҙаҡлы иген культуралары, кукуруз һ.б. Тар рәтле һәм ябай рәт ысулдары м‑н сәселә, сәсеү нормаһы ужым Б. өсөн 1 га 4,5—5,0 млн бөртөк, орлоҡтарҙы сәсеү тәрәнлеге 4—6 см, яҙғы Б. сәсеү нормаһы — 5—7, сәсеү тәрәнлеге — 4—7. Безенчукская 380 сортлы ужым Б. иң юғары уңдырышлылығы — 44,2 ц/га (Ҡалтасы сорт һынау участкаһы, 2007), Экада 70 сортлы яҙғы Б. 53,6 ц/га (Дыуан сорт һынау участкаһы, 2008) тәшкил иткән. Респ. Б. сәсеүлектәре майҙаны — 740 мең га, уңдырышлылығы — 24,9 ц/га (2008). Б. он, манный ярмаһы (ҡаты бойҙайҙан) һ.б. итеп эшкәртелә, ҡатнаш мал аҙығы әҙерләү, крахмал, спирт һ.б. алыу өсөн файҙаланыла. Ондан икмәк-булка, макарон (ҡаты бойҙай ононан), кондитер изделиелары эшләнә; соустар, пудингылар һ.б. әҙерләү өсөн ҡулланыла. Көрпә һәм он тартыуҙың башҡа ҡалдыҡтары — концентрат мал аҙығы. Һаламы ҡағыҙ, ҡатырға етештереү өсөн файҙаланыла. Б. селекцияһы, орлоҡсолоғо, агротехникаһы б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Ауыл хужалығы институтында (Н.Р.Бәхтизин, Д.Б.Гәрәев, С.А.Ҡунаҡбаев, Н.И.Лещенко, В.И.Никонов, Ә.Х.Шакирйәнов һ.б.), Аграр университетта (Р.Р.Исмәғилев, С.Н.Сәмиғуллин һ.б.) һәм Биология институтында (В.К.Ғирфанов, В.К.Трапезников һ.б.) алып барыла. Ужым Б. — башлыса көньяҡ урман-дала зонаһында һәм Урал алды дала зонаһында, ҡаты яҙғы Б. — Урал алды һәм Урал аръяғы дала зоналарында, йомшаҡ яҙғы Б. бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә. БР‑ҙа респ. селекционерҙары сығарған ужым Б. — Башкирская 10, Лютесценс 9; йомшаҡ яҙғы Б. — Башкирская 24, Башкирская 26, Ватан, Салават Юлаев һ.б.; ҡаты яҙғы Б. Башкирская 27 һ.б. сорттары ҡулланылышҡа индерелгән.

Әҙәб.: Гирфанов В.К. Яровая пшеница (биоэкология и агротехника). Уфа, 1976; Исмагилов Р.Р., Хасанов Р.А. Качество и технология производства хлебопекарного зерна пшеницы. Уфа, 2005.

В.И.Никонов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.05.2023
Связанные темы рубрикатора: