Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РЕЛИКТТАР

Просмотров: 1783

РЕЛИКТТАР (лат. relictum), үткән дәүерҙәрҙең фауна һәм флора ҡалдыҡтары булараҡ терр‑яның хайуандар донъяһы һәм үҫемлектәр япмаһы составына ингән үҫемлек, хайуан төрҙәре. Уралда Р. булыуы плейстоцендағы боҙлоҡтар тыуҙырған экосистемаларҙың үҙгәртеп ҡоролоуы м‑н бәйле. Р. һаҡланып ҡалыуына уларҙың йәшәүенә яраҡлы булған тау шарттары булышлыҡ итә. Башҡортостан флораһы боҙлоҡҡа тиклемге (плиоцен), плейстоцен һәм голоцен Р. ғибәрәт. Плиоцен Р. Европаның киң япраҡлы урмандарына хас һәм Уралда ареалының изоляцияланған фрагменттары булған үҫемлектәр инә: өсҡалаҡ күк көпшә, Роберт яраны, Скополь һаҫығүләне, эре юшан һ.б., ш. уҡ Азия сығышлы урал урман көләпәрәһе һәм казак артышы. Плейстоцен Р. араһында тау тундраларында үҫкән Арктика сығышлы перигляциаль (альп арктоусы, бәпкәле ҡымыҙлыҡ, Леманн таутишәре һ.б.) һәм Уралға Азияның бейек тауҙарынан үтеп ингән (курил сәйе, күгелйем төлкөғойроҡ, тупаҡ сверция һ.б.) үҫемлектәр; тау- азиат һәм азиат сығышлы ҡая һәм тау‑дала (ҡырҡйепсә туманаҡ, һаҫыҡ биҙгәксән һ.б.), асыҡ урмандарға һәм уларҙың аҡландарына хас булған (кортуза кәзә һаҡалы, себер зигаденусы һ.б.) үҫемлектәр айырыла. Голоцендың йылы осорҙары м‑н киң япраҡлы урмандарҙың Урал көнсығыш битләүҙәренә һәм дала төрҙәренең йылға үҙәндәре буйлап тау‑урман һәм бейек тауҙар зонаһына таралыуы бәйле. Күп дала үҫемлектәре (Альп астраһы, буяу балғыуағы, ябай терпекәй үлән һ.б.) Р. булараҡ ҙур булмаған төркөмдәр м‑н урман зонаһында яр буйындағы эзбизташлы ҡаяларҙа һаҡланған. Респ. флораһында Р. сәскәле үҫемлектәр (80‑дән ашыу төр), яланғас орлоҡлолар (казак артышы), абаға һымаҡтар (альп вудсияһы, Дайк бөрсөклө абағаһы), мүк һымаҡтар (Гехеб брахитециумы, бәләкәй телекиум һ.б.) араһында табылған. Р. ш. уҡ ҡайһы бер хайуандар (ваҡ туғырлама, тоҡор сысҡан), ҡарлы флавоцетрария лишайнигы, күп кенә декоратив (Роберт яраны, Завадский хризантемаһы, һарғылт бармаҡтамыр һ.б.), мал аҙығы (дала тимофеевкаһы, бойҙан һ.б.), дарыу (себер һары умырзаяһы, ҡырҡйепсә туманаҡ һ.б.), баллы (бүлбеле майсыбыҡ, ҡыуаҡлы курил сәйе һ.б.), ашарға яраҡлы (ҡыя һуған, һыу сәтләүеге һ.б.), ағыулы (казак артышы, Скополь һаҫығүләне һ.б.) үҫемлектәр һ.б. инә. Ҡыя һуғандың, бойҙандың һәм башҡа Р. интродукцияһы Ботаника баҡса‑институтында үткәрелә. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына Р. 40‑тан ашыу төрө (Арктик тал, көҙгө ллойдия, стигия ҡуһаһы, тутыҡ схенус һ.б.) һәм ҡарлы флавоцетрария лишайнигы индерелгән. Шулай уҡ Р. ҡайһы бер төрҙәре (хуш еҫле кәкүк әшºлсәһе, шыҡтым, оŸонъяпраҡ ойошһеркә һ.б.) РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Әҙәб.: П о п о в Г.В. Реликтовые и эндемичные виды во флоре Башкирии в связи с историей растительности в конце третичного и четвертичном времени //Дикорастущие и интродуцируемые полезные растения в Башкирии. Уфа, 1968. Вып.2; Г о р ч а к о в с к и й П.Л. Основные проблемы исторической фитогеографии Урала. Свердловск, 1969.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.05.2023