Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РАЕВКА ЭЛЕВАТОРЫ

Просмотров: 989

РАЕВКА ЭЛЕВАТОРЫ, “Башҡортостан тирмәндәре” ААЙ филиалы. Әлшәй р‑ны Раевка а. урынлашҡан. Составына 5 элеватор (1‑һе 1914 й. асылған, 1‑һе — 1937 й., 3‑әүһе — 1975 й.), складтар (1937—67), механизацияланған келәт (1975), ҡатнаш мал аҙығы цехы (1994) инә. 2006 й. 87 кеше эшләгән. Р.э. дөйөм һыйҙырышлығы — 76 мең т; 9 механизацияланған ҡабул итеү нөктәһе һәм тәүлегенә 3 мең т тиклем иген ҡабул итеү, киптереү һәм өҫтәлмә эшкәртеү өсөн 1 ағымлы юлы бар. 2003— 06 йй. йыллыҡ иген ҡабул итеү уртаса 34,0 мең т, ҡатнаш мал аҙығы етештереү 12,0 мең т тәшкил иткән. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1914 й. ойошторола, 1998 й. алып “Башхлебоптицепром” ДУАХП‑ның бүлендек пр‑тиеһы, 2001 й. — “Башхлебопродукт” ДУП‑ы, 2003 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: