Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӨГӨҘБАШ

Просмотров: 735

МӨГӨҘБАШ (Ceratocephala), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 10 төрө бил‑ дәле, Европаның, Көнбайыш Азияның, Төньяҡ Африканың һәм Яңы Зеландияның уртаса йылы өлөштәрендә таралған. Башҡортостанда тура мөгөҙлө М. үҫә. Нескә аҡ тамырлы бер йыллыҡ төклө үлән. Һабағы ябай, уҡ формаһында, бейеклеге 7—10 см. Япраҡтары розеткаға йыйылған, һаплы, ҡыяҡ өлөштәргә өс тапҡыр бармаҡса теленгән. Сәскәләре ваҡ, яңғыҙар, һары төҫтә, биш өлөшлө; таж япрағының төбөндә тат биреүсе биҙ бар, һеркәстәре 5—15. Майҙа сәскә ата. Емеше — конус формаһындағы сәскә төбө м‑н тығыҙ ҡушылып үҫкән күп сәтләүек (ваҡ емештәре төклө, ике айырсалы һәм моронло), июндә өлгөрә. Баш‑ лыса далала, мал утлауҙарында, юл ситтәрендә үҫә. Составында алкалоидтар, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: