Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРЫШ

Просмотров: 1186

АРЫШ (Secale), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 4 төрө (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 6—8) билдәле, Евразияла һәм Көньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда сәсеү А., йәки культура А. (ужым һәм яҙғы формалары) үҫтерелә. Бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағы — эсе ҡыуыш һалам, 5—6 быуын араһынан тора, бейеклеге 1—2 м. Япрағы ланцет. Сәскәлеге — ҡатмарлы башаҡ, ҡылсыҡлы. Емеше — бөртөксә, июль—авг. өлгөрә. 1000 орлоғоноң ауырлығы 20—35 г. Орлоҡ составы (%): аҡһымдар 9—18, крахмал 56—64, майҙар 1,8—2,1, минераль матдәләр 1,5—2,2, В1, В2, В6, РР витаминдары һ.б. Һыуыҡҡа һәм ҡоролоҡҡа сыҙамлы үҫемлек. Ситтән һеркәләнә. Ужым А. вегетация осоро 130—150 тәүлек (көҙгө 45—50 һәм яҙғы‑йәйге 85—100). Төп элгәрҙәре — пар баҫыуҙары. Орлоҡтар ябай рәт һәм һыҙат ысулы м‑н сәселә, сәсеү нормаһы 1 га 4,5—6,0 млн бөртөк (180—210 кг/га), сәсеү тәрәнлеге 4—6 см. Үҫемлектәрҙең фузариум төрө бәшмәктәре м‑н зарарланыу һөҙөмтәһендә һәләк булыуын иҫкәртеү өсөн көҙгө вегетация аҙағында фунгицидтар ҡулланыла. 20 б. 30‑сы йй. Башҡортостанда А. сәсеү майҙаны — яҡынса 800 мең га; 2009 — 303,1 мең га, уңдырышлылыҡ — 27,6 ц/га. А. — ашарға яраҡлы үҫемлек, мал аҙығы культураһы, техник культура. А. орлоғо икмәк бешереү сәнәғәтендә, кондитер сәнәғәтендә, ликёр‑араҡы сәнәғәтендә һ.б. файҙаланыла. Йәшел массаһы, орлоғо һәм кәбәге а.х. малдары өсөн аҙыҡ булараҡ ҡулланыла. А. орлоғоноң биол., селекцияһы, агротехникаһы, икмәк бешереү һәм аҙыҡ сифаттары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 1‑се сирегенән алып Шишмә тәжрибә‑производство хужалығында (А.Л.Голодец, А.Н.Прохоров һ.б.), 60‑сы йй. 2‑се ярт. — Ауыл хужалығы институтында (С.А.Ҡунаҡбаев, Н.И.Лещенко, Ә.Х.Шакирйәнов һ.б.), Аграр университетта (Н.Р.Бәхтизин, Р.Р.Исмәғилев, Р.Б.Нурлығаянов, В.А.Печаткин һ.б.), Биология институтында (А.Д.Фәйзуллин) алып барыла. А. башлыса Урал алды дала зонаһында, төньяҡ урман‑дала зонаһында, төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһында һәм көньяҡ урман‑дала зонаһында үҫтерелә. БР б‑са Чулпан, Чулпан 7 (респ. селекционерҙары тарафынан сығарылған), Безенчукская 87 сорттары ҡулланылышҡа индерелгән. Шулай уҡ ҡара: Иген культуралары.

Әҙәб.: Бахтизин Н.Р., Исмагилов Р.Р. Озимая рожь в Башкирии (биоэкология и интенсивная технология). Уфа, 1991; Исмагилов Р.Р., Нурлыгаянов Р.Б., Ванюшина Т.Н. Качество и технология производства продовольственного зерна озимой ржи. М., 2001.

Р.Р.Исмәғилев

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 25.04.2023
Связанные темы рубрикатора: