Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЫСЫҠ ҮЛӘНЕ

Просмотров: 884

ЫСЫҠ ҮЛӘНЕ (Drosera), ысыҡ үләне һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 100‑ҙән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында тиерлек таралған. Башҡортостанда инглиз Ы.ү. һәм түңәрәкъяпраҡ Ы.ү. үҫә. Күп йыллыҡ тамырһабаҡлы һаҙ үләндәре. Һабағы төҙ, япраҡһыҙ, уҡ рәүешле, бейеклеге 20—25 см тиклем. Япраҡтары тамыр яны розеткаһында урынлашҡан, һаплы, өҫтән һәм ситтәре буйлап йәбешкәк секрет бүлеп сығарыусы биҙ төктәре м‑н ҡапланған. Түңәрәкъяпраҡ Ы.ү. япраҡтары йомро тиерлек, инглиз Ы.ү. — айырсалы йәки оҙонса ҡыяҡ. Сәскәләре аҡ төҫтә, ваҡ, касаһы көпшә‑ҡыңғырау формаһында, һеркәстәре 5, емешлеге 1. Сәскәлеге — кәүшәк тәлгәш. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡумта, авг.—сент. өлгөрә. Башҡортостандың Урал алдындағы һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы торфлы һаҙ мүге үҫкән һаҙлыҡтарҙа осрай. Бөжәк ашаусы үҫемлектәр, составында кониин алкалоиды (тотолған бөжәктәрҙе көсһөҙләндерә), нафтохинондар, органик к‑талар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Түңәрәкъяпраҡ Ы.ү. һыйыр малы һәм һарыҡтар өсөн ағыулы. Декоратив үҫемлектәр. Инглиз Ы.ү. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Л.М.Абрамова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019