Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕРЕҒОЛОВ Нәүғәт Ғиниәтулла улы

Просмотров: 1089

ТЕРЕҒОЛОВ Нәүғәт Ғиниәтулла улы [4.1.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡарғалытамаҡ а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 6.3.2019, Күмертау ҡ.], инженер. Техник ф. канд. (1977). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1981), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Тереғоловтар нәҫеленән. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1953) Амурҙағы Комсомольск ҡ. эшләй. 1961 й. алып “Строймаш” Стәрлетамаҡ з‑дында баш технолог урынбаҫары. 1962–97 йй. (өҙөклөк м‑н) Күмертау авиация производство пр‑тиеһында: цех нач., 1963 й. башлап бүлек нач., 1965 й. – инженер‑конструктор, 1966 й. – баш технолог, 1967 й. – баш инженер, 1970 й. – төп конструктор, 1976 й. – бүлек нач., 1991 й. — ғилми‑производство бүлексәһе нач., бер үк ваҡытта 1979–89 йй. ӨАИ‑ла уҡыта. 1974–76 йй. Октябрьский эксперименталь‑тәж. з‑дында баш инженер. Фәнни эшмәкәрлеге энергетика инструменттары ярҙамында материалдарҙы эшкәртеүҙең заманса технологияларын өйрәнеүгә һәм үҙләштереүгә арналған. Т. етәкс. лазер, плазма һ.б. ысулдар м‑н материалдарҙы эшкәртеү ҡоролмалары һәм технологиялары индерелә; десант техникаһын, ш. иҫ. Ка‑26 вертолётын, сериялы етештереү ойошторола. 150‑нән ашыу хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Технологии лазерной обработки конструкционных и инструментальных материалов в авиадвигателестроении. М., 2007 (авторҙ.); Воздействие отдельных энергетических инструментов на материалы при их резании. Уфа, 2009.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019