Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҠ ӘНИС

Просмотров: 750

АҠ ӘНИС (Carum), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, Евразияла, Африкала һәм Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда ябай А.ә. үҫә. Күп йәки ике йыллыҡ үлән. Тәүге йылда итләс тамыр һәм тамыр яны япраҡтары розеткаһы барлыҡҡа килә, 2‑се йылына һабаҡ үҫешә. Һабағы ҡыуыш, яланғас, уртаһынан алып тармаҡлы, бейеклеге 20—40 см. Япрағы ике, өс тапҡыр ҡауырһын һымаҡ теленгән, һабаҡтың өҫкө өлөшөндәгеһе — үҫешкән йәймәле, ҡыҫҡа һаплы, осондағыһы — ҡыяҡ-ланцет формаһында; аҫтағыһы — оҙон һаплы. Сәскәһе аҡ йәки алһыу, төргәкһеҙ ҡатмарлы сатырға йыйылған. Май—июлдә сәскә ата. Емеше — эленеп тороусы емешлек, июнь—авг. өлгөрә. Болонда, аҡланда, урман ситендә, юл буйында, ауыл тирәһендә үҫә; респ. бөтә терр‑яһында таралған. Баллы үҫемлек, дарыу үҫемлеге. Составында С витамины, флавоноидтар, эфир майҙары һ.б. бар, парфюмерияла, ликёр-араҡы сәнәғәтендә, аҙыҡүлек сәнәғәтендә ҡулланыла. Культураға индерелгән.

Ғ.М.Фазылова

Тәрж. Ю.Ғәримов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019