Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕҘҮЛӘН

Просмотров: 701

ЕҘҮЛӘН (Koeleria), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, башлыса ике ярымшарҙың тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Кәҫ барлыҡҡа килтереүсе күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 25—80 см. Кәҫе ҡуйы (Делявин Е. кәүшәк), сәскәле һабаҡтарҙан һәм ҡаты, тар, яҫы йәки буй төрөлгән япраҡлы ҡыҫҡа емешһеҙ үренделәрҙән тора. Башағы аҡһыл йәки көмөш төҫөндә, ян-яҡтан ҡыҫылған, 2—5 сәскәле; башаҡса тәңкәһе һиҙелер-һиҙелмәҫ киль м‑н, осло, эскеһе — эрерәк, 3 аныҡ беленмәгән һеңерсәле. Сәскә тәңкәһе 9 һеңерсәле, аҫҡы тәңкәһе үлән кеүек, һиҙелер-һиҙелмәҫ киль м‑н, башаҡса тәңкәһенән оҙонораҡ, өҫкөһө — тарыраҡ, аҡ ярылы. Сәскәлеге — ҡуйы, башаҡҡа оҡшаш, цилиндр рәүешендәге һепертке. Май—авг. сәскә ата. Емеше — ҡабарынҡы-батынҡы оҙонса бөртөксә, июль—сент. өлгөрә. Ледебур Е. — Ирәмәл тауының тау тундраһында, Делявин Е. — Башҡортостандың Урал алдында далала һыубаҫар болон һәм уйпаттар буйлап, бүрекле Е. — респ. барлыҡ терр‑яһында тиерлек далаларҙа, ташлы һәм далалы битләүҙәрҙә, ҡаяларҙа, урман аҡландарында, шырт төклө Е. ташлы далала, таш сығыштарында, дала, урман-дала, һирәкләп тау-урман зоналары битләүҙәрендә һәм Өфө яйлаһында үҫә. Делявин Е. һәм бүрекле Е. — мал аҙығы үҫемлектәре. Реликт булған Ледебур Е. — БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына, эндемик шырт төклө Е. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

А.Р.Ишбирҙин, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: