Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИРӘК

Просмотров: 1194

ТИРӘК (Populus), тал һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 110‑дан ашыу төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Америкала һәм Африкала таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә: елберҙәк Т. йәки уҫаҡ, көмөш йәки аҡ Т., ҡара Т. йәки күк тирәк. 150—200 йәшкә еткән япраҡ ҡойоусы ағас. Сатыры йәйенке, сатыр йәки йомортҡа формаһында, олоно көрәнһыу йәки ҡарағусҡыл һоро төҫтә, бейеклеге 15—35 м, ботағы шыма, һоро йәки һарғылт йәшел төҫтә. Йәш Т. ҡабығы шыма, оло Т. — ҡаты, ярғыланған. Япрағы ҡолаҡсынлы, сиратлы, ябай, бөтөн, йомро‑өсмөйөш, йомортҡа формаһында, сите тешле, оҙон һапта. Ата (һеркә ҡойғандан һуң ҡойола) һәм инә сәскәләр (емеш барлыҡҡа килтерә) һырғаларға йыйылған. Апр.—майҙа сәскә ата. Емеше — ҡумта, май—июндә өлгөрә. Йылға ярҙарында, һыубаҫар урмандарҙа, ташлы һәм һаҙлы тупраҡта үҫә; елберҙәк Т. киң япраҡлы һәм ылыҫлы урмандарҙың ҡырҡындыларында таҙа ағаслыҡ барлыҡҡа килтерә. Респ. бөтә терр‑яһында тиерлек таралған. Мал аҙығы, баллы, декоратив үҫемлек. Ҡара Т. — дарыу үҫемлеге. Торама пункттарҙы йәшелләндереү өсөн, агроурман мелиорацияла, төҙөлөштә, целлюлоза‑ҡағыҙ сәнәғәтендә һ.б. ҡулланыла. Составында алкалоидтар, дуплаусы матдәләр, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Р.Х.Ғиниәтуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019