Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУҠЫУСЫ ТУРҒАЙҘАР

Просмотров: 889

ТУҠЫУСЫ ТУРҒАЙҘАР (Ploceidae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. Яҡынса 200 төрө билдәле, Австралия, Африка, Евразияла таралған. Башҡортостанда йорт турғайы һәм ҡыр турғайы осрай. Ултыраҡ ҡоштар. Йорт турғайының кәүҙә оҙонлоғо — 17,5 см тиклем, ауырлығы — 35 г тиклем. Кәүҙәһе тығыҙ. Ата ҡоштоң арҡаһы көрәнһыу, ҡорһағы аҡһыл, баш түбәһе һоро төҫтә, башының ситтәрендә ҡуңыр һыҙат бар (инә һәм йәш ҡоштарҙа булмай), яңаҡтары һорғолт йәки аҡһыл, тамағы һәм боғағы ҡара төҫтә. Инә ҡош көрәнһыу һоро, кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө асығыраҡ төҫтә. Суҡышы конус формаһында. Башы йомро. Муйыны ҡыҫҡа. Ҡыр турғайы йорт турғайынан бәләкәйерәк һәм һомғолораҡ; арҡаһы, ҡанаттары һәм ҡойроғо һоро төҫтә, башының өҫкө өлөшө көрән, ян‑яғы аҡ, тамағы һәм яңаҡтарындағы таптары ҡара төҫтә, күкрәге һәм ҡорһағы аҡһыл. Моногамдар. Ҡаралтыларҙың уйымдарында һәм бушлыҡтарында, сыйырсыҡ ояларында, бушаған ағас ҡыуыштарында һ.б. урындарға парлап йәки төркөмләп оя ҡора. Ояларын үләндән, йөндән, сүбәктән һ.б. төҙөй. Йылына 1—2 тапҡыр бала сығара, ояһына ҡара төрткөлө тоноҡ аҡ йәки һорғолт төҫтәге 3—6 йомортҡа һала. Инә һәм ата ҡош 11—14 көн дауамында баҫа. Оло ҡоштар орлоҡтар һәм умыртҡаһыҙҙар м‑н туҡлана, балаларына бөжәктәр, орлоҡтар ашата. Торама пункттарҙа, ҡыр турғайы ш. уҡ һирәк урмандарҙа, сауҡалыҡтарҙа, далаларҙа, баҫыуҙарҙа йәшәй; БР‑ҙың бөтә терр‑яһында осрай. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарын юҡҡа сығара. Иген культураларына, көнбағышҡа зыян килтерә, иген ҡоротҡостарын һәм йорт ҡоштары ауырыуҙарын тыуҙырыусыларҙы таратыусы булып тора.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.03.2024