Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРАБАШ ТУРҒАЙҘАР

Просмотров: 856

ҠАРАБАШ ТУРҒАЙҘАР (Paradoxornithidae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. 19 төрө билдәле, төньяҡ ярымшарҙа таралғандар. Башҡортостанда мамыҡас йәшәй. Ултыраҡ ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 14—17 см, ауырлығы 7—10 г, ҡанатының ҡоласы 17—20 см. Ҡауырһын ҡапламы йомшаҡ, ҡабарынҡы, ҡуйы. Башы һәм кәүҙәһенең аҫҡы яғы аҡ, ян‑яҡ сите алһыу төҫтә. Арҡаһы, ҡанаты һәм ҡойроғонда ҡара, аҡ һәм алһыу ерән төҫтәр берләшә. Күҙ эргәһендәге яланғас тиреһе ҡыҙғылт. Суҡышы конус формаһында, еңелсә күпкән. Ҡанаты түңәрәкләнеп бөтә, ҡыҫҡа. Ҡойроғо оҙон, киртләсле, осо уйымлы. Аяғы ҡара, бармаҡтары ҡыҫҡа, көслө һәм ныҡ бөгөлгән тырнаҡлы. Ағас башында оя ҡора. Ояһы ҙур, йомортҡа формаһында, мүктән, үләндәрҙән, лишайниктарҙан һәм туҙҙан төҙөй, төбөнә ҡауырһын, үҫемлек мамығы, йөн түшәй. Йылына 1—2 тапҡыр бала сығара, 6—16 ҡыҙғылт көрән таплы аҡ йомортҡа һала. Башлыса инә ҡош 12—13 көн баҫа. Яҡынса 8 йыл йәшәй. Бөжәктәр, уларҙың балағорттары, йомортҡалары, үрмәкселәр м‑н туҡлана. Йылға үҙәнендә, ваҡ ағаслы һаҙлы ҡайын урманында һәм ҡатнаш урманда йәшәй. Урман культуралары ҡоротҡостарын юҡ итә.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019