Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨРГӨН, күл

Просмотров: 823

ӨРГӨН, Урал й. басс. күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Учалы а. төньяҡҡа табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 9,16 км2, оҙонлоғо 4,4 км, уртаса киңлеге 1,9 км (макс. — 2,5 км), уртаса тәрәнлеге 5,2 м (макс. — 7,7 м), һыу күләме 47,6 млн м3, һыу йыйыу майҙаны 39,1 км2. Тектоник күл, көнбайышта — ордовик перидотиттары, төньяҡта — йылайыр свитаһы граувактары, көнсығышта — бөгөлөр горизонты йәшмәләре һәм ирәндек свитаһы андезибазальттары, көньяҡта урта девон ба‑ зальттары һәм субвулканик риодациттары үҫешкән; соҡоро һуҙылған; төбө һөҙәк, сапропель м‑н ҡапланған (ҡалынлығы 2,5 м тиклем), үҙәк өлөшөндә улаҡтар бар. Тымыҡ күл, Ҡылйылға й. ҡоя. Туйыныуы ҡатнаш. Һыуы гидрокарбонат‑кальций‑магнийлы. Күл эвтрофлы. Ярҙары һөҙәк. Ландшафы ҡарағай һәм ҡарағас урмандарынан тора. Яр буйҙарын үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре ҡаплаған: ҡылсыҡлы аҡтамыр, Гельм минуарцияһы, ҡалпаҡлы неоттианта һ.б. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән аҡбаш сыпҡай, европа ҡарабоғаҡ гагараһы, ҡарасабан; алабуға, ҡарабалыҡ, ҡыҙылғанат, суртан һ.б. йәшәй.

Р.А.Фәтҡуллин

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019