Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨҪӘН, йылға, Ыҡ й. (Кама й. басс.) уң ҡушылдығы

Просмотров: 1330

ӨҪӘН, йылға, Ыҡ й. (Кама й. басс.) уң ҡушылдығы. Бәләбәй р‑ны Красная Заря а. төньяҡҡа табан 3 км алыҫлыҡта башлана. Бәләбәй р‑ны буйлап төньяҡтан көньяҡҡа (Мәҡсүт һәм Сиушка йй. тамаҡтары араһында — көнбайышҡа) һәм артабан Бәләбәй м‑н Туймазы р‑ндары буйлап төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай аға. Ыҡ й. (тамағынан 342 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 147 км, басс. майҙаны 2460 км2, дөйөм түбәнәйеүе 320 м. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йыллыҡ аҡманың 50%‑ы — яҙғы (апр.—май), 20%-ы — йәйге һәм көҙгө (июнь—окт.), 30%‑ы ҡышҡы (нояб.—март) осорҙарға тура килә. Туймазы ҡ. эргәһендә уртаса йыллыҡ һыу сығымы 8,5 м3/с. Басс. Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығы сиктәрендә урынлашҡан, ҡазан ярусының һәм татар ярусының кар‑ бонатлы тоҡомдарынан тора. Ландшафы ҡараһыу һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы һәм икенсел ваҡ япраҡлы урмандарҙан, йыуылған ҡара тупраҡтағы далаларҙан ғибәрәт. Үрге ағымда басс. 40%‑ын, түбәнге ағымда 15%‑ын урман ҡаплаған, 60%‑ҡа тиклеме һөрөлгән. Ө. йылғаһының үрге ағымы басс. Асылыкүл тәбиғи паркы һәм Өҫән‑Ивановка заказнигы сиктәрендә урынлашҡан. Йылғала Бәләбәй ҡ. һәм Туймазы р‑ны Туҡай а. эргәһендә һыуһаҡлағыстар төҙөлгән, Бәләбәй р‑ны Өҫән‑Ивановка а. эргәһендә быуа бар. Ҡушылдыҡтары: уң — Мәтәү, Нөгөш; һул — Бишенде һ.б.

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019