Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨҪӘН‑ИВАНОВКА ЗАКАЗНИГЫ

Просмотров: 1184

ӨҪӘН‑ИВАНОВКА ЗАКАЗНИГЫ. 1991 й. Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығы урмандарының төп төрҙәрен һаҡлау һәм тергеҙеү маҡсатында ботаник заказник булараҡ ойошторола. Бәләбәй һәм Дәүләкән р‑ндары терр‑яһында ҡалҡыулыҡтың үҙәк өлөшөндә ята. Майҙаны 12,0 мең га, яҡынса 55%‑н урман ҡаплаған. Заказник сиктәрендә Асылыкүл һәм Өҫән м‑н Илен йй. араһында һыу айырғыс, Асылыкүл тәбиғи паркының бер өлөшө урынлашҡан; Ө.‑И.з. терр‑яһындағы Өҫән‑Ивановка урман хужалығында тәбиғәт ҡомартҡылары булған ҡарағай һәм ҡарағас культуралары бар. Рельефы убалы‑һыртлы. Киң япраҡлы урмандар, йылға ярҙары буйлап — киң япраҡлы‑ҡарағай урмандары таралған, төрлө йәштәге яһалма урман ултыртмалары (ҡарағай, ҡарағас һ.б.) осрай. Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре (ҡаурый ҡылған, өсҡалаҡ күк көпшә, һылыу ҡылған һ.б.) үҫә.

Э.П.Позднякова

Тәрж. Х.А.Шәрипова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019