Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛАЙЛАЛЫ БӘШМӘКТӘР

Просмотров: 1005

ЛАЙЛАЛЫ БӘШМӘКТӘР (Myxomycota), хлорофилһыҙ, башлыса сапрофит бәшмәк һымаҡ организмдар төркөмө. Протостелиялар (примитив Л.б.) һәм миксогастрҙар класына ҡараған 1000‑дән ашыу төрө билдәле. Башҡортостанда бер нисә тиҫтә төрө осрай, бөтә ерҙә таралған. Вегетатив тәне — күп ядролы лайлалы протоплазма (плазмодий), асыҡ һары, алһыу, ҡыҙыл, шәмәхә, ҡара тиерлек төҫтәрҙә, бер нисәнән алып йөҙләгән миллиметрға тиклем. Репродуктив фазаһы тышса м‑н ҡапланған споралар рәүешендә. Күпселек Л.б. спораларҙан тыш капиллиций (спораларҙы таратыусы нескә ептәр) бар. Споралар һыуҙа 1—2 ике ҡамсылы зооспора булып, дымлы мөхиттә — миксамёбалар булып үҫә. Зооспоралар йәки миксамёбалар, зиготалар барлыҡҡа килтереп, парлап үҙ-ара ҡушыла, аҙаҡ улар туҡлыҡлы матдәләр сығанағы тупланған яҡҡа әүҙем рәүештә хәрәкәт итә алған плазмодий барлыҡҡа килтерә. Л.б. сереп ятҡан ҡойолған япраҡтарҙа, ағас олондарында һәм башҡа үҫемлек ҡалдыҡтарында осрай. Тупраҡтың бактериаль флораһының һанын һәм составын көйләүҙә мөһим роль уйнай.

М.Ю.Шәрипова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019