Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛАЙЛАЛЫ ҠУСҠАРҘАР

Просмотров: 1067

ЛАЙЛАЛЫ ҠУСҠАРҘАР (Limacidae), ҡорһағаяҡлылар класының моллюскылар ғаиләһе. 250‑нән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда баҫыу Л.ҡ. һәм селтәрле Л.ҡ. осрай. Кәүҙәһе 25—50 миллиметр оҙонлоҡта, селәүсен йәки цилиндр формаһында, аҡһыл йәки һарғылт төҫтә, көрән йәки ҡара таплы; баштан, кәүҙәнән һәм аяҡтан тора. Башында 2 пар һәрмәүес урынлашҡан, бер парының осонда күҙҙәре бар. Ауыҙ ҡыуышлығы бәләкәй ярыҡ рәүешендә. Ҡабырсағы (овал формалағы эзбиз пластинка) рудиментар, арҡаһын өлөшләтә ҡаплаған мантия аҫтында урынлашҡан. Һулышлығы кәүҙәһенең уң яғында. Гермафродит. Үҫеше тура. Аталанған йомортҡаһын (эре, үтә күренмәле; 200 дананан ашыу) ергә ҡойолған япраҡ аҫтына, төрлө үҫемлек һабағы төбөнә һала. Бер нисә йыл йәшәй. Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Япраҡтар м‑н туҡлана. Урман ситендә, баҫыуҙа, һаҙлыҡта, йәшелсә баҡсаһында йәшәй. Ҡайһы бер төрҙәре — гель минттарҙың аралыҡ хужалары. Л.ҡ. м‑н күп ҡоштар, ер-һыу хайуаны, ваҡ имеҙеүселәр туҡлана. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары.

Ю.В.Островская

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: