Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨКӨРТЛӨ ВОДОРОД

Просмотров: 1159

КӨКӨРТЛӨ ВОДОРОД, H2S, көкөрттөң водород м‑н иң ябай берләшмәһе. Төҫһөҙ, ҡырҡыу еҫле газ, тығыҙлығы 1538 кг/м3, һыуҙа (һыуҙағы эретмәһе — көкөртлө водород к‑таһы), органик эреткестәрҙә эрей, клатрат барлыҡҡа килтерә. 0°С һәм баҫым 10,2 атм. булғанда — шыйыҡлыҡҡа (tиреү ‑85,6°С, tҡайнау ‑60,38°С, тығыҙлығы 938 кг/м3; күп углеводородтарҙы, мышаяҡ хлоридын, һөрмәне, фосфорҙы һ.б. металл булмағандарҙы эретә), —85,7°С булғанда төҫһөҙ кристалдарға әйләнә. Бүлмә т‑раһында тотороҡло, вакуумда 500°С юғары т‑рала диссоциациялана, 1690°С тирәһендә тарҡала. Көслө ҡайтарыусы; һауала йылытҡанда, азот кислотаһы, хлор тәьҫиренән көкөрткә йәки көкөрт кислотаһына тиклем окислана; 250°С тирәһе т‑рала тоҡана. Металдар, уларҙың оксидтары м‑н — сульфидтар, галогендар м‑н — галогеноводородтар, олефиндар, спирттар, хлорароматик, эпоксид берләшмәләр м‑н — тиолдар, нитрилдар м‑н — тиоамидтар, көкөрт м‑н ди‑, трисульфан һ.б. барлыҡҡа килтерә. Ағыулы, күҙҙең лайлалы тиресәһен, тын алыу ағзаларын зарарлай; ПДК‑һы эш зонаһындағы һауала 10, атмосферала — 0,008 мг/м3. Башҡортостанда К.в. Красноусол минераль һыу сығанаҡтарында, нефттә, тәбиғи газда бар. Углеводород газдарынан башлыса моноэтаноламинлы, вакуум‑карбонатлы (содалы) ысулдар м‑н (абсорбциянан һуң түбән баҫым аҫтында эҫе пар м‑н ҡыуыу) алалар. К.в. утилләштереү юлы м‑н 1943—2004 йй. “Уфахимпром” ААЙ‑нда, 1963—2005 йй. — “Уфанефтехим” ААЙ‑нда көкөрт кислотаһын, 40—70‑се йй. — Ишембай НЭЗ‑ында (ҡара: Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия заводы), 60‑сы йй. алып — Шкапов газ эшкәртеү заводында, Туймазы газ эшкәртеү заводында, 2005 й. башлап “Уфанефтехим” ААЙ‑нда газ көкөртөн сығаралар. 60‑сы йй. алып Нефтехим тәжрибә заводы, 90‑сы йй. — “Каустик” ААЙ, «ПХК “Гарант‑химсервис”» ЯСЙ (Өфө) К.в. йотоусы, нейтралләштереүсе матдәләрҙе, уның тәьҫиренә ҡаршы коррозия ингибиторҙарын сығара. 1947 й. Өфө ҒТИ‑нда бензинды, шыйыҡлатылған газды К.в. һелте металдарының фосфаттары м‑н таҙартыуҙың әйләнмәле ысулы уйлап табыла (А.С.Эйгенсон), ул 1958—64 йй. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда камиллаштырыла (Б.Е.Станкевич), 1967 й. Салауат нефтехимия комб‑тында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) индерелә. 70—80‑се йй. Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда углеводород газдарын К.в. каталитик окисландырыу юлы м‑н таҙартыу технологияһы уйлап табыла (Ф.Р.Исмәғилев); 1964—68 йй. К.в. һәм пиперилендан метилтиофендар алыу технологияһы эшләнә (В.Б.Абрамович, В.Н.Кулаков, М.Ф.Панкратова). 1970 й. башлап Химия ин‑тында К.в. һәм натрий сульфидының кетон, формальдегид м‑н хемосорбцияһы (В.И.Дронов, Н.К.Ляпина, Ю.Е.Никитин), полиметиленсульфидтың синтезы ваҡытында К.в. формальдегид м‑н поликонденсацияһы (Р.С.Алеев, С.Р.Рафиҡов) тикшерелә; К.в. флокулянттары, нейтралләштереүселәре табыла һәм производствоға индерелә (Н.З.Байбулатова, У.М.Джемилев, Р.В.Ҡунаҡова, Ф.В.Шәрипова). 90‑сы йй. Нефтехимия һәм катализ ин‑тында К.в. формальдегид һәм аминдар м‑н күп компонентлы конденсацияһы тикшерелә (Алеев, Ю.С.Дальнова, Джемилев), затлы металдарҙың сорбенттары, К.в. йотоусылар, селектив комплексондар, ионофорҙар, К.в. альдегидтар һәм хәрәкәтсән водород атомдары булған берләшмәләр м‑н күп компонентлы гетероцикллау юлы м‑н биол. актив берләшмәләр уйлап табыла (Джемилев, Ҡунаҡова, В.Р.Әхмәтова).

В.Р.Әхмәтова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: