Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИГАЕВА Наталия Николаевна

Просмотров: 628

СИГАЕВА Наталия Николаевна (17.11.1942, Томск өлкәһе Каргасок а. — 6.3.2021, Өфө ҡ.), химик. Химия фәндәре докторы (2001), профессор (2007). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008). Урал дәүләт университетын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1966) Резина сәнәғәте ҒТИ‑ның Свердловск филиалында эшләгән. 1976 й. алып БДУ‑ла (1981 й. башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр), 1986 й. башлап Химия институтында: 1992 й.  өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2001 й. — төп ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 1998 й. алып ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге полимерҙар физикохимияһы, уларҙың эретмәләре структураһы, диендарҙы полимерлаштырғанда (ҡара: Полимерлашыу) ионлы-координацион каталитик системаларҙың полиүҙәкләшеүе, металлоцендар ҡатнашлығында винил мономерҙарын радикаль-координацион полимерлаштырғанда актив үҙәктәрҙең бер төрлө булмауы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә; үҫемлек һәм хайуандарҙан алынған сеймал нигеҙендә дарыуҙар эшләүгә арналған. С. ҡатнашлығында офтальмология һәм хирургия өсөн азидарег препараты, шешеүгә ҡаршы пролонгирланған дарыу плёнкалары эшләнгән. БР ФА-ның С.Р.Рафиҡов исемендәге премияһы лауреаты (2002).

 Х е ҙ м.: Active Sites of Polymerization. Multiplicity: Stereospecific and Kinetic Heterogeneity. Leiden, 2005 (авторҙ.).

Ю.Б.Монаков

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.04.2023