Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИДОРОВ Георгий Маркелович

Просмотров: 942

СИДОРОВ Георгий Маркелович (21.1.1961, БАССР‑ҙың Ауырғазы районы Таштамаҡ а.), инженер‑механик. Техник фәндәр докторы (1999). БР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2004). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1985) Өфө резина-техник изделиелар заводында эшләй. 1989 й. һәм 2012 й. башлап ӨДНТУ‑ла: 1992 й. алып өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1999 й. — төп ғилми хеҙмәткәр. 2005 й. башлап “Каустик” ААЙ‑ның технология һәм үҫеш буйынса баш инженер урынбаҫары, 2008 й. — Өфө трансформаторҙар заводының проект етәксеһе, 2009 й. алып “Каскад” фәнни‑инжиниринг үҙәгенең (Өфө ҡ.) директор урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге нефть ҡатышмаларын фракциялағанда энергия һаҡлаусы технологиялар эшләүгә һәм экологик яҡтан таҙа мотор яғыулыҡтары алыуға арналған. Технологиялары РФ, Ҡаҙағстан, Литва, Үзбәкстан нефть эшкәртеү заводтарына индерелгән. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы (2013), РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (2015) лауреаты. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2021).

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.09.2022