Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИЛОС КУЛЬТУРАЛАРЫ

Просмотров: 1225

СИЛОС КУЛЬТУРАЛАРЫ, силос әҙерләү өсөн үҫтерелгән үҫемлектәр. С.к. кукуруз, судан үләне, сорго, көнбағыш, топинамбур, топинсолнечник, күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үләндәрҙең ҡуҙаҡлы‑ҡыяҡлы ҡатышмалары, амарант һ.б. инә. Ҡатнаш силос өсөн картуф бүлбеләре, кишерҙең, ҡабаҡтың, ташҡабаҡтың мал аҙығы сорттары, үҫемлекселек ҡалдыҡтары, шәкәр һәм мал аҙығы сөгөлдөрөнөң һабаҡтары һ.б. ҡулланыла. Ғәмәлдә булған шәкәр миҡдары һәм уның мотлаҡ минимумы нисбәтенән сығып, еңел силосланған (шәкәр миҡдары күп; кукуруз, сорго, судан үләне, көнбағыш, ҡуҙаҡлы- ҡыяҡлы ҡатышмалар һ.б.; айырым һәм ҡатышмаларҙа силослайҙар); ауыр силосланған (шәкәр миҡдары аҙ; ҡандала үләне, кәрешкә, ҡыҙыл клевер, картуф һабағы; еңел силосланған үҫемлектәр м‑н ҡатышмала 1:1 нисбәтендә йәки меласса рәүешендә еңел эреүсән углеводтар м‑н байытып силослайҙар); силосланмаған (шәкәр миҡдары бик аҙ; әсе борсаҡ, торна борсағы, соя; 1:2 һәм унан артығыраҡ нисбәттә силослайҙар) үҫемлектәр айырыла. Башҡортостанда С.к. сәсеү майҙаны 81,9 мең га тәшкил итә (2008).

И.Ю.Кузнецов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: