Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СПУТНИК МЕТЕОРОЛОГИЯҺЫ

Просмотров: 845

СПУТНИК МЕТЕОРОЛОГИЯҺЫ, атмосфералағы процестарҙы Ерҙең махсус йыһазландырылған һәм билдәле орбиталарға сығарылған яһалма (метеорологик) спутниктары ярҙамында тикшереү ысулдарын эшләгән метеорология бүлеге. С.м. төп бурыстары: атмосфераның Ер өҫтөндәге һәм тропосфералағы хәле т‑дағы мәғлүмәттәрҙе алыу, атмосфералағы процестарҙы анализлау, һауа торошон прогнозлау, климатты өйрәнеү алымдарын уйлап табыу. Спутник орбитаһының бейеклеге яҡынса 900 км, күҙәтеү һыҙатының киңлеге 2 мең км ашыу, спутниктар яҡынса 36 мең км бейеклектәге геостационар экваториаль орбиталарҙа урынлаштырылырға мөмкин. Улар континенттарҙың йәки океандарҙың, юлһыҙ һәм халыҡ аҙ йәшәгән, поляр, кеше йәшәмәгән, бейек тауҙарҙағы өлкәләрҙең өҫтөн даими күҙәтеүҙе; боҙ һәм ҡар япмаһы сиктәре, сәнәғәт үҫешкән райондар һәм урман массивтары өҫтөндәге төтөн болоттары т‑да өҫтәмә мәғлүмәт алыуҙы тәьмин итә. Метеорологик спутниктарҙан алынған һүрәттәр һауа массалары эсендә, атмосфера фронттары буйында, циклон үҙәктәре эргәһендә болоттарҙың бүленеүе т‑дағы төп төшөнсәләрҙе раҫлай һәм билдәле төбәк өсөн һауа торошон прогнозлауға мөһим төҙәтмәләр индерергә мөмкинлек бирә. Башҡортостанда 1985 й. башлап Башҡ‑н гидрометеорология һәм тирә‑яҡ мөхитте мониторингылау идаралығында спутниктарҙан һүрәттәр алына; 2000 й. алып мәғлүмәт йыйыуҙың һәм эшкәртеүҙең автоматлаштырылған “СКАНЭКС” системаһы (метеомәғлүмәтте спутник элемтәһе аша ҡабул итеү) индерелгән, ул 2008 й. “МITRA” программалаштырыу‑аппарат комплексы ярҙамында модернизацияланған (һауа торошон прогнозлауға төҙәтмәләр индереү өсөн файҙаланыла). Шулай уҡ ҡара: Аэрология.

Г.Ә.Зәкиева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: