Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТАНДАРТЛАШТЫРЫУ

Просмотров: 916

СТАНДАРТЛАШТЫРЫУ, продукцияны етештереү һәм уның әйләнеше сфераларында тәртип булдырыу өсөн ҡағиҙәләрҙе һәм характеристикаларҙы ирекле рәүештә уларҙы күп тапҡыр файҙаланыу маҡсатында билдәләүгә һәм продукцияның, эш һәм хеҙмәттәрҙең конкурентлығын арттырыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек. СССР‑ҙа дәүләт С. башланыуы 1925 й. Хеҙмәт һәм Оборона Советы эргәһендә С. б‑са комитет асылыуға бәйле. 1940 й. — ГОСТ, 1968 й. С. өлкәһендәге эштәрҙе тәртипкә һалыу һәм регламентлау өсөн “Дәүләт стандартлаштырыу системаһы” стандарттар комплексы индерелгән. С. 1993 й. алып — РФ‑тың “Стандартлаштырыу тураһында”, 2003 й. башлап “Техник көйләү тураһында” закондарына ярашлы алып барылған. Башҡортостанда 20 б. 30‑сы йй. башынан С. б‑са Башҡ‑н өлкә бюроһы эшләй, 1932 й. башлап Башҡорт АССР‑ының Үлсәмдәр һәм үлсәүҙәр идаралығы, 1954 й. алып 1955 й. үлсәү техникаһы б‑са Башҡ‑н дәүләт контроль лаб. әйләндерелгән Стандарттар, үлсәмдәр һәм үлсәү приборҙары идаралығы (унда 1959 й. С. хеҙмәте һәм стандарттарҙың үтәлешен күҙәтеү төркөмө ойошторолған). 60‑сы йй. Өфө моторҙар эшләү з‑дында (ҡара: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе), Салауат нефтехимия комб‑тында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”), Өфө “Гидравлика” з‑дында, “Мир” тегеү ф‑каһында һ.б. пр‑тиеларҙа С. бүлектәре асылған. 1967 й. Продукция билдәһенең дәүләт сифат билдәһе тамғаһы индерелгән, уның м‑н 1969 й. респ. беренсе булып Өфө приборҙар эшләү з‑дында сығарылған “Ағиҙел” электр ҡырынғысы билдәләнгән. Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификациялау үҙәге эшләй.

Әҙәб.: Н и к и ф о р о в А .Д., Б а к и е в Т.А. Метрология, стандартизация и сертификация. Изд. 2‑е, испр. М., 2003.

М.Р.Сәйфимөлөкова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: