Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕТАЛЛ ҠЫРҠЫУ СТАНОГЫ

Просмотров: 1052

МЕТАЛЛ ҠЫРҠЫУ СТАНОГЫ, әҙерләмәләрҙе металл ҡырҡҡыс инструмент ярҙамында юныу юлы м‑н үлсәмләп эшкәртеү машинаһы. Эшкәртеү, ҡулланылған ҡырҡҡыс инструменттың төрө б‑са ҡырыу, быраулау һәм ҡырғыс, шымартыу һәм еренә еткереп шымартыу, ҡатнаш, теш һәм һырҙарҙы эшкәртеү, фрезерлау, юныу, соҡоу һәм һуҙыу, киҫкес һ.б. төрҙәргә айыралар, уларҙың һәр береһе өсөн стандарт тип‑үлсәм билдәләнгән: эшкәртелә торған әҙерләмәнең иң ҙур диам. (ҡырыу һәм түңәрәкләп шымартыу станоктары), бырау диам. (быраулау), өҫтәл оҙонлоғо һәм киңлеге (фрезерлау) һ.б. Тәғәйенләнеше б‑са — универсаль (киң номенклатуралы деталдәрҙе яһау өсөн), махсуслаштырылған (бер типтағы деталдәр), махсус (билдәле бер деталь); аныҡлыҡ дәрәжәһе б‑са — нормаль, юғарыраҡ, юғары, айырыуса юғары аныҡлыҡ класы һәм айырыуса аныҡ__мастер‑станоктар; автоматлаштырыу дәрәжәһе б‑са автомат‑станоктар (әҙерләмәләрҙе тейәү һәм эшкәртелгән деталдәрҙе бушатыу автоматлаштырылған), ярым автомат (ҡул м‑н), һан менән программаланған идара итеү станоктары айырыла. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. Авиация техник университетында Стәрлетамаҡ станоктар эшләү з‑ды м‑н берлектә ышаныслы булыу, эшкәртеү аныҡлығы, станоктарҙы автоматлаштырыу кимәле өлкәһендә ғилми тикшеренеүҙәр алып барыла. 70‑се йй. ӨАИ‑ла (А.Д.Макаров, А.П.Доброрез һ.б.) ҡырҡыуҙың оптималь т‑ра даимилығы законының теоретик нигеҙҙәре эшләнгән, М.ҡ.с. электр приводын автоматик көйләү системаһы тәҡдим ителгән. 1994 й. алып Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә универсаль винт ҡырҡыу‑ҡырыу станогының 1У61М моделе эшләнә, ул ӨДАТУ белгестәре м‑н берлектә проектлана һәм машиналар эшләүҙә, техника ремонтлау оҫтаханаларында ҡырыу эштәрендә файҙаланыла. Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводында бер нисә төркөм универсаль һәм махсус быраулау, фрезерлау, хонингылау станоктарын сериялы етештереү үҙләштерелгән. Ишембай станоктар эшләү заводында М.ҡ.с. ремонтлау һәм модернизациялау башҡарыла. Шулай уҡ ҡара: Һырҙарҙы эшкәртеү, Быраулау, Фрезерлау, Хонингылау.

О.К.Аҡмаев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: