Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭЛЕКТРОЭРОЗИОН СТАНОК

Просмотров: 959

ЭЛЕКТРОЭРОЗИОН СТАНОК, ток үткәргән материалдарҙы электродлы инструмент ярҙамында эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән. Тәғәйенләнеше б‑са ҡырҡыу, күсереү‑тишеү, үткерләү, ҡырҡыу, махсус Э.с. айырыла. Э.с. һан м‑н программаланған система, баҡыр, еҙ, графиттан, вольфрам иретмәләренән, баҡыр‑вольфрамлы композицион материалдарҙан эшләнгән электродлы инструмент һ.б. м‑н йыһазландырыла. Электрод‑ара арауыҡ шыйыҡса — дистилляцияланған һыу, кремнийорганик, түбән молекуляр углеводород шыйыҡсалары м‑н тултырыла. Э.с. эшкәртелгән йөҙҙөң аныҡлығы юғары һәм таҙа булыуын тәьмин итә. Штамптарҙың, пресс‑формаларҙың ҡатмарлы контурлы йөҙҙәрен эшләү, тишектәр тишеү һ.б. өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. ӨАИ‑ла электроэрозион эшкәртеү технологиялары эшләнә, Э.с. идара итеү системаларына һәм импульстар генераторҙарына модернизация үткәрелә (“Искра” ғилми конструкторлыҡ‑технология бюроһы; Р.Х.Ганцев, М.Х. Ғилметдинов, С.Н.Копцев һ.б.). Асыштары БР, РФ, Ҡытай һәм Һиндостан пр‑тиеларында индерелә. Шулай уҡ ҡара: Электрохимик күсереү‑тишеү станогы.

А.Н.Зайцев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: