Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУБГАРМОНИК ФУНКЦИЯ

Просмотров: 917

СУБГАРМОНИК ФУНКЦИЯ, п‑үлсәмле ысын арауыҡ өлкәһенең (п>1) теләһә ниндәй нөктәһендәге ҡиммәте өлкә эсендә ятҡан һәм үҙәге бирелгән нөктәлә булған һәр бер шар б‑са (п=2 булғанда түңәрәк б‑са) уртаса ҡиммәтенән артмаған, был өлкәлә локаль суммалаштырылыусы һәм өҫкө яҡтан ярым өҙлөкһөҙ функция. С.ф. төп кластары: п‑үлсәмле комплекслы арауыҡ өлкәһендә голоморф функцияларҙың модулдәре һәм модулдәренең логарифмдары. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. Математика институтында һәм Башҡорт дәүләт университетында С.ф. һәм уларҙың ҡушымталарын тикшереү алып барыла. С.ф. субгармоник айырмаларына баһа алынған (И.Ф.Красичков‑Терновский), голоморф функцияның модуле логарифмының С.ф. тарафынан яҡшыртылмай торған аппроксимацияһы (Р.С.Юлмөхәмәтов), иң ҙур (плюри‑) субгармоник минорантаның ике төрлө бирелеше, С.ф. альтернатив билдәләмәһе һәм дауам ителеүе табылған, С.ф. айырмаһының асимптотик тотошоноң ассоцияланған Рисс зарядына бәйләнешле булыуы тикшерелгән (Б.Н.Хәбибуллин).

Б.Н.Хәбибуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: