Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИНТЕТИК МАЙ КИСЛОТАЛАРЫ

Просмотров: 1141

СИНТЕТИК МАЙ КИСЛОТАЛАРЫ, нефтехимия сеймалынан алынған, 6‑нан да кәм булмаған углерод атомынан торған алифатик рәттәге синтетик карбон к‑талары. Туйындырылған, күбеһенсә нормаль һәм изо‑төҙөлөшлө, составында ди‑, гидроксиһәм кетокарбон к‑талары һ.б. берләшмә ҡушылмалары булған монокарбон к‑таларының ҡатышмалары. Фракцияларҙың составына ҡарап аҡ төҫтән алып асыҡ һары төҫтәге майлы шыйыҡсалар, маздарға оҡшаш йәки ҡаты продукттар булыуы мөмкин. Ҡайһы берҙәре үҙенсәлекле насар еҫле; изо‑төҙөлөшлө к‑таларҙың ҡатышмалары түбән иреү һәм ҡайнау т‑раһы, юғары йәбешкәклек, органик эреткестәрҙә яҡшы эреүе м‑н айырылып тора. Нигеҙҙәр йәки һелтеле металдар м‑н үҙ‑ара тәьҫир итешеп — тоҙҙар, спирттар м‑н минераль к‑талар ҡатнашлығында ҡатмарлы эфирҙар барлыҡҡа килтерә. Башлыса С.м.к. — уртаса ағыулы матдәләр, яраланмаған тирене, лайлалы тиресәне ярһытыуға һәләтле. Төп синтезлау ысулы — парафиндарҙы 105—120°С т‑рала һәм атмосфера баҫымында (катализатор марганец берләшмәләре) һауа кислороды ярҙамында окислау һәм артабан натрий карбонаты эретмәһе м‑н нейтралләштереү, натрий гидроксиды эретмәһе м‑н һабынлау, көкөрт кислотаһы м‑н эшкәртеү һәм фракцияларға айырыу. Парафиндарҙан синтезлауға сағыштырғанда, өҫтәмә продукттары аҙ булған оксоспирттарҙы окислау ысулы м‑н С12—С15, С16—С18 фракциялары синтезлана. Пластик майҙар, синтетик май спирттары, лак һәм лакбуяу материалдары (пигменттар еүешләнеүен һәм үтә ныҡ ваҡланыуын яҡшырта, уларҙың ултырыуына һәм буяуҙарҙың йәбешкәклеге үҙгәреүенә юл ҡуймай), латекстар һәм синтетик каучуктар (бутадиен тотороҡло мономерҙарҙы полимерлаштырғанда ҡулланылған эмульгаторҙар), ионоген булмаған өҫкө йөҙҙә актив матдәләр, һабын һәм синтетик йыуыу саралары, алифатик аминдар һәм амидтар, резиналар һәм резинатехник изделиелар өсөн ингредиенттарҙы йомшартыу саралары һәм диспергаторҙар; ракета яғыулығына туҙыуға ҡаршылыҡты арттырыу өсөн өҫтәмәләр; яһалма күн; дизель яғыулығына депрессорлы присадкалар алыу өсөн; май шәме производствоһында ҡулланалар. Башҡортостанда 1960 й. КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында (ҡара: “Уфанефтехим”) Д.Ф.Варфоломеев етәкс. С.м.к. етештереү үҙләштерелә (20 б. аҙ. ҡеүәте йылына 50 мең т). БР ФА‑ның Тәжрибә заводында С.м.к. юғары т‑рала ҡайнаған фракцияларының йәки ҡарағай майынан алынған май к‑таларының аминдар реакцияһы продукттары м‑н ҡатышмалары нигеҙендә “Нефтехим” коррозия ингибиторы рецептуралары эшләнә.

В.А.Докичев

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 


 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: