Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘБИҒӘТТЕ ФАЙҘАЛАНЫУ

Просмотров: 1091

ТӘБИҒӘТТЕ ФАЙҘАЛАНЫУ, тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу юлы м‑н кешелек ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлек өлкәһе. Маҡсаты б‑са сәнәғәтле, а.х., рекреацион (ҡара: Рекреацион ресурстар) төрҙәренә бүленә. Рациональ һәм рациональ булмаған Т.ф. айырыла. Рациональ Т.ф. тәбиғәт ресурстарын һаҡсыл тотоноуҙы, уларҙы тергеҙеүҙең тирә‑яҡ мөхиттең бысраныуын кәметкән, ш. уҡ генофондты, биологик төрлөлөктө һаҡлаған һәм биосфера тотороҡлолоғон тәьмин иткән (интенсив хужалыҡҡа хас) һөҙөмтәле режимдарын үҙ эсенә ала. Рациональ булмаған Т.ф. — тәбиғәт ресурстарын юғалтыуға һәм файҙаланып бөтөүгә, тирә‑яҡ мөхиттең бысраныуына, тәбиғәт комплекстарының һауыҡтырыу һәм эстетик сифаттарын кәметеүгә килтергән эшмәкәрлек, хужалыҡтың төрлө тармаҡтарына һәм халыҡ һаулығына зыян килтерә (экстенсив хужалыҡҡа хас). Башҡортостанда сәнәғәтле Т.ф. нигеҙендә нефть сығарыу сәнәғәте, нефть эшкәртеү сәнәғәте, тау‑ҡаҙылма, химия сәнәғәте, төҙөлөш материалдары сәнәғәте, урман сәнәғәте; а.х. нигеҙендә — игенселек, малсылыҡ, ш. иҫ. йылҡысылыҡ һәм умартасылыҡ үҫешкән. Респ. терр‑яһындағы экологик проблемалар (атмосфераның, ер өҫтө һыуҙарының бысраныуы һ.б.) сәнәғәт производствоһының юғары концентрацияһы м‑н бәйле. Рациональ Т.ф. миҫалдары — махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу, таҙартыу ҡоролмалары төҙөү, ерҙәрҙе яңыртыу, сәнәғәт ҡалдыҡтарын утилләштереү, производствоның яңы ресурс һаҡлаусы технологияларын эшләү, “бысраҡ” производстволарҙы рациональ урынлаштырыу һ.б. (металлургия, химия сәнәғәте, целлюлоза‑ҡағыҙ сәнәғәте һ.б.). Рациональ Т.ф. үҫтереү, тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау маҡсатында экологик хоҡуҡ системаһы ойошторолған, экологик мониторинг эшләй. “Башҡортостан Республикаһының экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары” респ. маҡсатлы программаһы әҙерләнгән (2004—15), (2014—20).

Е.А.Богдан

Тәрж. З.Б.Латипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: