ХЕҘМӘТ БҮЛЕНЕШЕ
ХЕҘМӘТ БҮЛЕНЕШЕ, ижт. хеҙмәт процесында төрлө хеҙмәт эшмәкәрлегенең айырымланыуы. Дөйөм (ижт. производство тармаҡтары б-са: ауыл хужалығы, сәнәғәт һ.б.), шәхси (тармаҡтар эсендә, мәҫ., сәнәғәттә: еңел, ауыр, аҙыҡ-түлек һ.б.), айырым (пр-тиела: функциональ, технологик һәм функциональ-квалификация) Х.б. була; улар проф. Х.б. м-н бәйле (ҡара: Халыҡтың белем һәм профессиональ кимәле). Терр., йәки геогр., һәм тармаҡ б-са (етештереү шарттары, ҡулланылған сеймал, технология, техника һәм продукция м-н алдан билдәләнә) Х.б. айырыла. Х.б. формалары: производствоны махсуслаштырыу, уны горизонталь һәм вертикаль иҡт. интеграция нигеҙендә берләштереү (бергәләп билдәле продукция төрҙәрен сығарған пр-тиелар араһындағы производство бәйләнештәре) һәм комбинациялау, производствоны концентрациялау, диверсификация (етештереү өлкәһен, продукция номенклатураһын киңәйтеү) һ.б. Етештереү көстәрен рациональ урынлаштырыу, йәмғиәттәге етештереү көстәренең, хеҙмәт етештереүсәнлегенең, производство һөҙөмтәлелегенең артыуы Х.б. кимәленә бәйле. БР-ҙа терр. Х.б. тәбиғәт-климат һәм соц.-тарихи шарттарға ярашлы формалаша. Үҙәк иҡтисади төбәктә, көнбайыш иҡтисади төбәктә, төньяҡ‑көнбайыш иҡтисади төбәктә һәм көньяҡ иҡтисади төбәктә күбеһенсә агросәнәғәт комплексының эшкәртеү сәнәғәте тармаҡтары; төньяҡ иҡтисади төбәктә, төньяҡ‑көнсығыш иҡтисади төбәктә — ауыл һәм урман хужалығы; Урал иҡтисади төбәгендә ауыл һәм урман хужалығы, сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәте тармаҡтары үҫешкән. Төбәк-ара һәм халыҡ-ара Х.б. БР яғыулыҡ-энергетика, химия һәм нефтехимия, машиналар эшләү комплекстары тармаҡтарынан тора, ошоға ярашлы төбәктә етештерелгән дөйөм сәнәғәт продукцияһы күләменең 40, 12, 18 һәм 5%-ы тармаҡтар өлөшөнә тура килә, төбәк-ара Х.б. шулай уҡ тулайым а.х. продукцияһының күләме б-са РФ-та 3-сөурынды биләгән (2008) агросәнәғәт комплексынан тора.
М.Н.Иҫәнбаев, В.Ғ.Хәйруллина
Тәрж. А.Н.Күсеев