Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЛТАНАЕВ Хәмит Рахман улы

Просмотров: 562

СОЛТАНАЕВ Хәмит Рахман улы [31.5.1900, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ниғмәтулла а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 26.4.1994, Өфө], зоотехник. А.х. ф. кандидаты (1940). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1960). “Ғәлиә” мәҙрәсәһен (1918), К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. (1928) тамамлаған. 1929 й. башлап ТАССР‑ҙың Игенселек ХК зоотехнигы, 1930 й. — Татар коммунистик ун‑тында (икеһе лә — Ҡазан) уҡыта. 1933 й. алып — Башҡ‑н юғары коммунистик а.х. мәктәбендә, 1935—74 йй. БАХИ‑ла эшләгән: 1945 й. тиклем, 1948—51 йй., 1959— 71 йй. а.х. малдарын үрсетеү каф. мөдире, 1945—48 йй., 1951—59 йй. уҡыу‑уҡытыу һәм фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге һыйырсылыҡта тоҡомсолоҡ эше һәм һөт етештереү йүнәлешендәге йылҡысылыҡ өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. С. етәкс. БАССР‑ҙың төрлө райондары өсөн һыйыр малы м‑н тоҡомсолоҡ эше б‑са 25 перспективалы план төҙөлгән. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Бил‑ дә .е” орд. м‑н бүләкләнгән (1944).

Х е ҙ м.: Улучшающие породы крупного рогатого скота и их метисы в БАССР. Уфа, 1937; Племенное животноводство в Башкирии. Уфа, 1968.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: