Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫУ ТУҘБАШ ЙЫЛАНЫ

Просмотров: 743

ҺЫУ ТУҘБАШ ЙЫЛАНЫ (Natrix tessellata), туҙбаш йыландар ғаиләһенә ҡараған йылан. Үҙәк һәм Көньяҡ Европала, Кесе һәм Урта Азияла, Кавказ аръяғында, Көньяҡ Волга буйында, Ҡаҙағстандың көнсығышында таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 140 см тиклем; ҡойроғо ҡыҫҡа. Кәүҙәһенең һәм ҡойроғоноң тәңкәләрендә бәләкәй ҡабырғалар асыҡ күренә. Башы йәйенке, мороно осло. Соңҡаһында V рәүешле ҡара һыҙыҡ була. Һарғылт йәшел‑һорғолт көрән арҡаһында шахмат тәртибендә урынлашҡан ҡара таптар бар. Ата Һ.т.й. ҡорһағы ал, аҡһыл һары, инә йыландыҡы — тура мөйөшлө ҡара арҡыры таптар м‑н сыбарланған ҡыҙғылт һары. Енси яҡтан йәшәүенең 3‑сө йылына өлгөрә.Апр.—майҙа ҡауыша. Инә Һ.т.й. июнь—июлдә йомортҡалар һала; ояла 4—23 йомортҡа була. Көндөҙ әүҙем. Таш ектәрендә, кимереүселәрҙең өңөндә, тупраҡ ярыҡтарында ҡышлай. Һ.т.й. ағыулы түгел, балыҡтар, ер‑һыу хайуандары, һирәгерәк ваҡ имеҙеүселәр, ҡоштар м‑н туҡлана. Күл һәм йылға ярҙарында, һыубаҫар болондарҙа йәшәй. БР‑ҙа Һ.т.й. ареалының төньяҡ сигендәге бер өлөшө үтә, респ. көньяҡ райондарында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

В.Ф.Хәбибуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019