Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЮЛЬКА

Просмотров: 621

ТЮЛЬКА (Clupeonella cultrivetris), сельдь һымаҡтар отрядының сельдтәр ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Азов, Каспий һәм Ҡара диңгеҙ басс. йәшәй. Өйөр булып йәшәүсе пелагик балыҡ (каспий формаһы килька исеме м‑н билдәле). Кәүҙәһе тар, ян‑яғынан ҡыҫылған. Кәүҙә оҙонлоғо 10 — 15 см, ауырлығы 8 — 31 г. Ян‑яғы һәм ҡорһағы көмөш‑аҡ, арҡаһы һәм башының өҫкө өлөшө асыҡ йәшел йәки зәңгәрһыу төҫтә. Тәңкәләре эре, йоҡа, еңел ҡойолоусан, ҡорһағында сәнскеле тәңкәләрҙән торған, асыҡ күренгән киль барлыҡҡа килтерә. Башы киң, ҡыҫҡа. Күҙҙәре бәләкәй. Ауыҙы өҫкө, тешһеҙ, аҫҡы яңағы алға сығып тора. Йөҙгөсө сәнскеһеҙ (арҡа йөҙгөсө — берәү). Енси яҡтан 2 — 3 йылда өлгөрә. Иртә яҙҙа өлөшләп, оҙайлы ваҡыт дауамында ыуылдырыҡ сәсә. Үрсер өсөн эре ҡултыҡтарға һәм елдән һаҡланған ятыуҙарға күсә. Үрсемлелеге — 4 — 110 мең ваҡ миләүшә төҫөндәге ҙур май тамсыһы булған ыуылдырыҡ, улар һыу ҡатламында үрсей. Зоопланктон м‑н туҡлана. Т. — күп ҡиммәтле балыҡтарҙың төп аҙығы. Кәсеп балығы. БР‑ҙа Ағиҙел й. түбәнге ағымында 1979 й. осрай.

И.П.Дьяченко

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019