Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРАСАБАН

Просмотров: 833

ҠАРАСАБАН (Oidemia fusca), ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Көнсығыш Европала, Көнбайыш Себерҙә, Төньяҡ Американың көнбайышында таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 51— 58 см, ауырлығы 1,4—1,9 кг, ҡанатының ҡоласы 90—100 см. Енси диморфизм хас: ата ҡоштар эрерәк. Ата ҡоштоң ҡауырһын ҡапламы бәрхәт ҡара (йәйге төләүҙән һуң бер аҙ көрәнләнә), тамағы һәм боғаҙы йәшкелт шәмәхә төҫтә, күҙ аҫтында һәм ҡанатында ҙур булмаған аҡ таптар бар; суҡышы ҡара, ситтәре ҡыҙғылт һары, төбөндә бер аҙ ҡабарынҡы, суҡыш өҫтө киң тырнаҡлы; тәпәйе ал ҡыҙыл, ярылары ҡара. Инә ҡош ҡарағусҡыл көрән төҫтә, яңағында ике аҡһыл тап бар. Ҡ. артҡы бармағы киң көрәк һымаҡ, ҡалын тиреле. Моногам. Ғәҙәттә, һыу ятҡылыҡтары янында үлән, түмһәләр, ҡыуаҡ араһында оя ҡора. Ояһына ҡоро үлән, мамыҡ түшәй. 5—8, ҡайһы берҙә 12‑гә тиклем йомортҡа һала. Инә ҡош 25—28 көн баҫа. Һыу умыртҡаһыҙҙары (башлыса моллюскылар) м‑н туҡлана. Һирәкләп Башҡортостандың Урал аръяғындағы, Ағиҙел һәм Һаҡмар йй. араһындағы ҙур дала күлдәрендә оя ҡора. БР-ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. 

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.03.2024