Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОПОВ Олег Серафимович

Просмотров: 770

ПОПОВ Олег Серафимович (16.2. 1952, Кибартай ҡ.), хирург. Мед. ф. д‑ры (1999). БР‑ҙың атҡ. табибы (1996). БДМИ‑ны тамамлаған (1975). 1976 й. алып Стәрлетамаҡ ҡ. 1‑се ҡала дауаханаһында эшләй: 1985 й. башлап хирургия б‑са баш табип урынбаҫары, 1987 й. — бүлек мөдире, 1989 й. — баш табип, 2015 й. — баш табип урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1996—2012 йй. БДМУ‑ның дипломдан һуң белем биреү ин‑ты уҡытыусыһы һәм 2008 й. алып БР ФА‑ның Ғәмәли тикшеренеүҙәр ин‑тында (Стәрлетамаҡ ҡ.) мед.‑биол. бүлеге мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге абдоминаль, торакаль, пластик һәм эстетик хирургия проблемаларына, ауырыуҙарҙы аҙ инвазив технологиялар ҡулланып хирургик дауалау ысулдарын эшләүгә һәм камиллаштырыуға арналған. П. ҡатнашлығында маммопластика өсөн силикон протез эшкәртеү, йомшаҡ туҡымаларға контурлы пластика яһағанда полиакриламид гелен фиксациялау ысулдары эшләнә. 180‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 3‑сө саҡырылыш депутаты.

Х е ҙ м.: Маммопластика при нарушениях объёма и формы молочной железы. М., 2002 (авторҙ.); Эстетическая хирургия при грыжах и нарушениях формы живота. Уфа, 2006 (авторҙ.). Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019