Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РАХИТ

Просмотров: 928

РАХИТ (гр. rhaјchis — арҡа, умыртҡалыҡ), Д г и п о в и т а м и н о з ы, башлыса иртә йәштәге балаларҙа һәм йәш малда була торған ауырыу, фосфор-кальций алмашыныуы боҙолоу м‑н характерлана.

Кеше Р. Сәбәбенән сығып кальций, фосфат һәм Д витамины дефицитлы Р.; ауырлыҡ дәрәжәһе б‑са — еңел (1‑се), уртаса ауыр (2‑се) һәм ауыр (3‑сө); осоро б‑са — көсәйгән, һауыға башлаған, ҡалдыҡ билдәләре булған; барышы б‑са — киҫкен һәм киҫкенгә яҡын Р. айырыла. Р. үҫешенә кальций һәм фосфаттың етешмәүе йәки дисбалансы, рационда аҡһым, А, С, В төркөмө витаминдары, фолий к‑таһы һәм микроэлементтар дефициты, ҡояшта аҙ булыу һ.б. булышлыҡ итә. Төп билдәләре: һөйәктәрҙә үҙгәрештәр (киҫкен Р. барышында — остеомаляция, киҫкенгә яҡынында — остеоид гиперплазия, һөйәктәрҙең формаһы боҙолоу), мускулдар гипотонияһы, ҡуҙғыусанлыҡ, статик функцияларҙың үҫеүе туҡталыу. Диагностика өсөн анамнез (баланың туҡланыу һәм режим үҙенсәлектәре), клиник, инструменталь (рентгенологик) һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: медикаментоз (Д витамины һәм кальций препараттары), төрләндереп сифатлы аҙыҡ м‑н туҡланыу, УФ‑нурланыш һ.б. Иҫкәртеү: әсә ҡарынында саҡта (рациональ режим һәм туҡланыу) һәм бәләкәй ваҡытта (баланы тәбиғи туйындырыу, ваҡытында өҫтәмә аҙыҡ биреү, ҡояшта булыу, көҙгө‑ҡышҡы‑яҙғы осорҙарҙа Д витамины биреү һ.б.). Башҡортостанда Медицина университетында 20 б. 60—70‑се йй. Р. үҫешенә витаминдар етешмәүҙең тәьҫире өйрәнелә (Х.Ш.Абдуллина, А.А. Корнилова, А.Ш.Яфаева һ.б.), ауырыған балалар өсөн дауалау туҡланыуы камиллаштырыла (Д.Н.Йәнекәева).

Хайуандар Р. Төп билдәләре: аппетит боҙолоуы һәм кәмеүе (лизуха), үҫеүҙә артта ҡалыу, быуындарҙың ҡалынайыуы, көпшәле һөйәктәрҙең кәкрәйеүе һәм һыныуы, сатанлау, тән пропорцияларының үҙгәреүе. Диагностика өсөн малдарҙың рационын һәм уларҙы аҫрау шарттарын анализлау, клиник һәм патологоанатомик тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: яҡшы аҙыҡ м‑н туҡландырыу, өҫтәмә минераль аҙыҡ биреү, витамин терапияһы, ҡояшта тотоу һәм УФ‑нурландырыу, саф һауала йөрөтөү. Иҫкәртеү: ауыл хужалығы малдарын ашатыуҙың, ҡарауҙың, быуаҙ һәм йәш малды аҫрауҙың ветеринария‑санитария һәм зоогигиена нормаларын үтәү. Р. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. башлап Аграр университетта алып барыла: биогеохимик факторҙарҙың тәьҫире, иод етешмәгәндә Р. билдәләре өйрәнелгән, респ. төрлө зоналары өсөн иҫкәртеү саралары комплексы эшләнгән (С.А.Ивановский, Н.А. Судаков, Л.Н.Судзиловский, З.А. Урманов), 80‑се йй. алып В.Н.Байматов, Э.Р.Исмәғилева етәкс. Р. иҫкәртеү ысулдары камиллаштырыла.

Әҙәб.: Б а й м а т о в В.Н., И с м а г и л о в а Э.Р. Регуляция обмена веществ у животных в норме и патологии. Уфа, 2000.

У.Ғ.Ҡадиров, А.Ғ.Моталов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019