Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕЛДӘР РОЗАҺЫ

Просмотров: 889

ЕЛДӘР РОЗАҺЫ, күп йыллыҡ күҙәтеүҙәр б‑са (ай, миҙгел, йыл) билдәле бер урындағы ел режимын күрһәткән нурлы диаграмма. Диаграмма уртаһындағы һан һил көндәрҙе күрһәтә, нурҙар елдең төп йүнәлештәрен аңлата. Нурҙарҙың оҙонлоғо ел йүнәлеше ҡабатланыуын билдәле ваҡыт эсендә проценттарҙа күрһәтә (һил көндәрҙән башҡа, ғәҙәттәге масштаб 1 мм = 1%). Нур остарын һыныҡ һыҙыҡтар м‑н тоташтыралар. Айлыҡ Е.р. б‑са ел йүнәлешенең йыллыҡ үҙгәрешен билдәләйҙәр. Өфө—Дим метеост. мәғлүмәттәре б‑са, йылына һил көндәрҙең уртаса һаны — 21, өҫтөнлөк иткән йүнәлештәр — көньяҡ һәм көньяҡкөнбайыш; Белоретта — 30 һил көн, көньяҡ-көнбайыш һәм көнбайыш йүнәлештәр; Аҡъярҙа — 9 һил көн, көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш йүнәлештәр.

Ф.Ш.Килмәтова

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: