Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РУС ГЕОГРАФИЯ ЙӘМҒИӘТЕ

Просмотров: 1470

РУС ГЕОГРАФИЯ ЙӘМҒИӘТЕ (РГЙ), ғилми йәмғиәт. 1845 й. ойошторола (1850—1917 йй. Император Рус география йәмғиәте, 1926 й. алып Дәүләт география йәмғиәте, 1938—92 йй. СССР‑ҙың География йәмғиәте). Тәбиғәтте, этнографияны өйрәнеү, фәнни белемде пропагандалау, аң‑белем таратыу һ.б. маҡсаттарҙа булдырыла. Юғары органы — съезд (5 йыл һайын саҡырыла), етәксе органы (съездар араһында) — Ғилми совет һәм президент (төбәк бүлектәрендә — рәйес) етәкселегендәге Президиум. География һәм тәбиғәт белеме буйынса иң яҡшы фәнни хеҙмәттәр өсөн премиялар һәм миҙалдар булдырыла, ш. иҫ. алтын миҙалдар: Ҙур миҙал, Ф.П.Литке, П.П.Семёнов‑Тянь‑Шанский, Н.М.Пржевальский исемендәге миҙалдар. 1868 й. РГЙ‑ның Ырымбур бүлеге ойошторола, уның составына төрлө йылдарҙа Г.С.Карелин, В.И.Даль, Р.Г.Игнатьев, С.С.Неуструев, Д.Н.Соколов, А.А.Тилло, В.М.Черемшанский, Ф.Н.Мильков, А.С.Хоментовский һ.б. инә. Ырымбур бүлеге ғалимдары башҡорт, ҡаҙаҡ, татар һ.б. халыҡтар этнографияһын, шулай уҡ Көньяҡ Уралдың геологияһын, географияһын, геоморфологияһын, тупраҡ ғилемен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. “Ырымбур бүлеге яҙмалары” (“Записки Оренбургского отдела”; 1870—81 йй., 1—4‑се киҫәктәре), “Ырымбур бүлеге хәбәрҙәре” (“Известия Оренбургского отдела”; 1893—1930 йй., 1—25‑се киҫәктәре) нәшер ителә. 1954 й. алып Башҡортостан филиалы эшләй, 1995 й. РГЙ‑ның Башҡортостан бүлегенә үҙгәртелә. Төбәк иҡтисади һәм социаль географияһын, ландшафты өйрәнеү ғилемен, геоэкологияны, картографияны, тәбиғәтте рациональ файҙаланыуҙы, туризмды үҫтереү мәсьәләләрен һ.б. өйрәнеү менән шөғөлләнә. Башҡортостан бүлеге составында 300‑ҙән ашыу ағза, ш. иҫ. 5 коллектив, БР район һәм ҡалаларында 68 урындағы бүлексә, теркәлгән. РГЙ‑ның 11 Бөтә Урал кәңәшмәһе үткәрелә, 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт йыйынтығы, тәбиғәт ҡомартҡылары турвһында 2 китап, республика буйынса 3 белешмә, “СССР география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе яҙмалары”, географик атластар, географик карталар баҫтырыла. Рәйестәре: Д.Г.Ожиганов (1954 й. алып), А.П.Рождественский (1965 й. алып), Ә.М.Гәрәев (1992 й. алып), А.В.Псәнчин (2008 й. алып), К.Ф.Йыһаншин (2014 й. алып), С.Т.Сәғитов (2019 й. алып).

З.Б.Латипова

Тәрж. И.М.Япаров

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022